Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ ҺОРАУ

Мәктәптә мыҫҡыллауҙарға дусар булһам, нимә эшләргә?

Мәктәптә мыҫҡыллауҙарға дусар булһам, нимә эшләргә?

НИ ӨСӨН БЫНЫ БЕЛЕҮ МӨҺИМ?

Һинең яуабың хәлде йә яҡшырта, йә киҫкенләштерә ала.

ҺИН НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕҢ?

Күҙ алдыңа килтер: Илнурҙың бөгөн мәктәпкә барырға бер ҙә теләге юҡ. Бөгөн дә, иртәгә лә. Бер ҡасан да. Был өс ай элек башланды: тәүҙә синыфташтары уның хаҡында ялған имеш-мимештәр тарата ине. Шунан улар уны үсекләй башланы. Ҡайһы берҙә кемдер уның ҡулындағы китабын бәреп төшөрә лә быны яңылыш эшләгән булып ҡылана, ә ҡайһы бер саҡта кемдер арҡаһына төртөп китә, һәм Илнур, әйләнеп ҡараһа, быны кем эшләгәнен дә аңлай алмай. Кисә иһә бәйләнеүҙәр яңы боролош алды: Илнур янаулы электрон хәбәр алды...

Һин Илнур урынында булһаң, ни эшләр инең?

ТУҠТА ҺӘМ УЙЛАН!

Үҙеңде көсһөҙ итеп тойма! Һин бәйләнеүселәрҙе йоҙроҡһоҙ еңә алаһың. Нисек итеп?

  • ИҒТИБАР ИТМӘ. Изге Яҙмала: «Ахмаҡ кеше бөтә хистәрен тышҡа сығара, ә зирәк үҙ тойғоларын йүгәнләй белә», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:11). Һин үҙеңде, тышҡы яҡтан булһа ла, тыныс тотһаң, бәйләнеүселәр һиңә иғтибар итмәй башларға мөмкин.

  • ҮС АЛМА. Инжилдә: «Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ», — тип яҙылған (Римдарға 12:17). Үс алыу хәлде киҫкенләштереп кенә ебәрер.

  • ҺАҠ БУЛ. «Алдын-артын уйлаусы, хәүеф-хәтәрҙе күреп, ҡасып китә», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3). Мөмкин булғанса, проблема тыуҙырып торған кешеләрҙән һәм хәүефле шарттарҙан һаҡлан.

  • КӨТӨЛМӘГӘН ЯУАП БИРЕП ҠАРА. Изге Яҙмала: «Йомшаҡ яуап ярһыуҙы баҫа», — тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:1). Һин хатта мыҫҡыллауҙы шаяртыуға бора алаһың. Мәҫәлән, һине һимеҙ тип үсекләһәләр: «Ә мин бер нисә кило ташлағанмын тип уйлағайным!» — тип яуап бирә алаһың.

  • ИҒТИБАР БИРМӘЙЕНСӘ КИТ. «Өндәшмәй ҡалыуың һинең өлгөрөп еткән кеше булыуыңды, шулай уҡ бәйләнеүсеңдән күпкә көслөрәк икәнеңде күрһәтә, — тип әйтә 19 йәшлек Нора. — Был һинең үҙ-үҙеңде ҡулда тота белеүеңде күрһәтер, ә мыҫҡыллаусыңа тап ошо сифат етмәй» (2 Тимофейға 2:24).

  • ҮҘ-ҮҘЕҢӘ ЫШАНЫСТЫ ҮҪТЕР. Бәйләнеүселәр үҙҙәрен түбән баһалаған һәм яуап бирә алмаған кешене йыраҡтан күреп тора. Әммә уларҙың күбеһе, кешегә бер нисек тә тәьҫир итә алмауын аңлағас, бәйләнеүҙән туҡтай.

  • БЫЛ ТУРАЛА БЕРӘЙҺЕНӘ ҺӨЙЛӘ. Элек уҡытыусы булып эшләгән бер ҡатын былай тип һөйләй: «Мыҫҡыллауҙарға дусар булған һәр кешегә был турала берәйһенә һөйләргә кәңәш бирер инем. Беренсенән, был дөрөҫ, ә икенсенән, шулай эш итеү башҡаларҙы бәйләнеүҙәрҙән һаҡлар».

Үҙ-үҙеңә ышаныс һине бәйләнеүсеңдән көслөрәк итер