Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ ДӘРЕС

Алла күкте һәм ерҙе барлыҡҡа килтергән

Алла күкте һәм ерҙе барлыҡҡа килтергән

Йәһүә Алла — Барлыҡҡа килтереүсебеҙ. Ул барыһын да — күҙгә күренгәнде лә, күренмәгәнде лә барлыҡҡа килтергән. Башта ул күп-күп фәрештәләр булдырған. Фәрештәләр кем ул, беләһеңме? Улар — Алланың хеҙмәтселәре. Алланы күреп булмаған кеүек, фәрештәләрҙе лә күреп булмай. Иң беренсе фәрештә Алланың ярҙамсыһы булған. Йәһүә йондоҙҙарҙы, планеталарҙы һәм башҡа нәмәләрҙе барлыҡҡа килтергәндә, был фәрештә уның янында булған. Планеталарҙың береһе — Ер — беҙҙең йәмле йортобоҙ.

Йәһүә Ерҙе хайуандар һәм кешеләр өсөн әҙерләгән. Ул, Ерҙә йылы һәм яҡты булһын өсөн, Ҡояшты булдырған. Шулай уҡ тауҙарҙы, диңгеҙҙәрҙе һәм йылғаларҙы барлыҡҡа килтергән.

Аҙаҡ нимә булған? Йәһүә: «Үләндәр, сәскәләр һәм ағастар булдырам», — тигән. Һәм ерҙә төрлө йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫә башлаған. Шунан һуң Йәһүә осоусы, йөҙөүсе, йүгереүсе, шыуышып йөрөүсе хайуандарҙы барлыҡҡа килтергән. Ул сысҡан һымаҡ кес кенә һәм фил һымаҡ ҙур йәнлектәрҙе булдырған. Ә һин ниндәй йәнлектәрҙе яратаһың?

Һуңынан Йәһүә беренсе фәрештәгә: «Әйҙә, кешене барлыҡҡа килтерәйек», — тигән. Кешеләр хайуандарҙан айырылып торорға тейеш булған. Йәһүә теләгәнсә, кешеләр яңы әйберҙәр уйлап сығара, һөйләшә, көлә, доға ҡыла белергә тейеш булған. Ул кешеләрҙең ер һәм хайуандар хаҡында ҡайғыртыуын теләгән. Беренсе кеше кем булған, беләһеңме? Әйҙә, уның менән танышайыҡ.

«Иң элек Алла күк менән ерҙе яратты» (Башланмыш 1:1)