Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ ДӘРЕС

Әҙәм менән Һауа Алланы тыңламаған

Әҙәм менән Һауа Алланы тыңламаған

Бер ваҡыт, Һауа баҡсала бер үҙе генә йөрөгәндә, уға йылан өндәшә. Ул: «Алла һеҙгә бер ағастан да емеш ашамаҫҡа ҡушҡан, шул ысынмы?» — тип һорай. Һауа: «Беҙгә бөтә ағастан да емеш ашарға ярай. Тик бер генә ағастан ярамай. Уның емешен ашаһаҡ, үләбеҙ», — тип яуап бирә. «Юҡ, үлмәйһегеҙ, — ти йылан. — Киреһенсә, Алла кеүек буласаҡһығыҙ». Нисек уйлайһың, йылан дөрөҫөн әйткәнме? Юҡ, ул алдаған. Әммә Һауа йыланға ышанған. Емешкә ни тиклем оҙағыраҡ ҡараған һайын, Һауаның шул тиклем нығыраҡ уны өҙөп алғыһы килгән. Ул түҙмәгән һәм емеште өҙөп ашаған, Әҙәмгә лә биргән. Әҙәм, Алланы тыңламаһалар, үләсәктәрен белгән. Әммә ул барыбер емеште ашаған.

Шул уҡ көндө Йәһүә Әҙәм менән Һауаға өндәшә. Ул, ни өсөн һеҙ мине тыңламанығыҙ, тип һорай. Һауа йыланды ғәйепләй, Әҙәм иһә Һауаны ғәйепләй. Тыңламағандары өсөн Йәһүә уларҙы баҡсанан ҡыуып сығара. Улар баҡсаға кире ҡайта алмаһын өсөн, ул инеү урынына фәрештәләр һәм әйләнеп торған утлы ҡылыс ҡуя.

Йәһүә, Һауаны алдаусыға ла яза бирәсәкмен, тип вәғәҙә иткән. Ысынында иһә Һауа менән йылан һөйләшмәгән. Йәһүә йыландарға һөйләшеү һәләте бирмәгән бит. Был яуыз фәрештә булған. Ул, Һауаны алдар өсөн, йылан һөйләшә кеүек итеп күрһәткән. Был фәрештә Шайтан Иблис тип атала башлаған. Кешеләрҙе бүтән алдамаһын һәм яуыз эштәргә ҡотортмаһын өсөн, Йәһүә киләсәктә Шайтанды юҡ итәсәк.

«[Иблис] баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм [уның] хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. ...Ул — ялғансы» (Яхъя 8:44)