Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ ДӘРЕС

Нух кәмәһе

Нух кәмәһе

Ерҙә кешеләр күбәйгәндән-күбәйә бара. Уларҙың күбеһе — яуыз. Ҡайһы бер фәрештәләр ҙә яуыз булып китә. Улар, күктәге йәшәү урынын ҡалдырып, ергә төшә. Беләһеңме, ни өсөн? Улар, кеше тәнен алып, ҡатын-ҡыҙҙарға өйләнергә теләй.

Фәрештәләр менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың улдары тыуа. Шул балалар үҫеп, бик көслө булып китә. Улар кешеләрҙе мыҫҡыллай, ҡурҡыта. Йәһүә был хәлде шул килеш ҡалдырырға теләмәй. Шуға күрә ул, Туфан булдырып, яуыз кешеләрҙе юҡ итергә була. Туфан — ул көслө ямғыр арҡаһында булған һыу баҫыу.

Әммә бер кеше бөтәһенән дә айырылып тора. Ул Йәһүәне ярата. Уның исеме — Нух. Уның ҡатыны һәм өс улы бар: Шем, Хам һәм Яфе́т. Уларҙың да һәр береһенең ҡатыны бар. Нух ғаиләһе менән ҡотола алһын өсөн, Йәһүә уға ҙур кәмә төҙөргә ҡуша. Ул кәмә һыуҙа йөҙә алған йәшниккә оҡшаш булған. Төрлө хайуандар ҡотола алһын өсөн, Йәһүә Нухҡа́ уларҙы ла кәмәгә индерергә ҡуша.

Нух шунда уҡ ғаиләһе менән кәмә төҙөй башлай. Был эшкә 50 йыл самаһы ваҡыт китә. Улар кәмәне тап Йәһүә ҡушҡанса эшләй. Шул йылдар дауамында Нух кешеләрҙе Туфан тураһында киҫәтә. Әммә бер кем дә уны тыңламай.

Ниһайәт, кәмәгә инергә ваҡыт етә. Әйҙә, артабан нимә булғанын беләйек.

«Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ» (Матфей 24:37)