Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ ДӘРЕС

Туфанда һигеҙ кеше иҫән ҡала

Туфанда һигеҙ кеше иҫән ҡала

Нух, уның ғаиләһе һәм хайуандар кәмәгә инә. Йәһүә уларҙың артынан ишекте яба, һәм бер аҙҙан ямғыр яуа башлай. Һыу шул тиклем күп була, хатта кәмә күтәрелә һәм йөҙөп китә. Ахырҙа, бөтә ер һыу менән ҡаплана. Кәмәгә инмәгән кешеләр һәләк була. Әммә Нух ғаиләһе менән иҫән ҡала. Уларҙың Йәһүәне тыңлағанына нисек шатланғанын күҙ алдыңа ғына килтер!

Ямғыр 40 көн һәм 40 төн буйы яуа, шунан тыма. Һыу әкренләп кәмей башлай. Ахыр сиктә, кәмә тау башында туҡтай. Әммә һыу һаман да күп булғанға, Нух ғаиләһе әлегә кәмәнән сыға алмай.

Яйлап-яйлап ерҙе ҡаплаған һыу китә. Нух һәм уның ғаиләһе кәмәлә йылдан артыҡ ваҡыт үткәрә. Шунан Йәһүә уларға кәмәнән сығырға ҡуша. Сығыу менән улар яңы донъяға эләккән кеүек була! Ҡотҡарғаны өсөн Йәһүәгә улар бик рәхмәтле. Үҙ рәхмәттәрен белдерер өсөн, улар ҡорбан килтерә.

Был ҡорбан Йәһүәгә бик оҡшай. Ул, донъяны Туфан һыуы менән башҡа бер ҡасан да юҡ итмәйәсәкмен, тип вәғәҙә бирә. Үҙ вәғәҙәһен дәлилләр өсөн, ул күктә беренсе йәйғор булдыра. Һинең ҡасан да булһа йәйғор күргәнең бармы?

Йәһүә шулай уҡ Нух ғаиләһенә балалар тыуҙырырға һәм ерҙе тултырырға тигән йөкләмә бирә.

«Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған. Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, [кешеләр] бер ни ҙә аңламаған» (Матфей 24:38, 39)