Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-СЕ ДӘРЕС

Вавилон манараһы

Вавилон манараһы

Туфандан һуң Нухты́ң күп ейән-ейәнсәрҙәре тыуа. Уларҙың ғаиләләре ҙурая һәм кешеләр, Йәһүә ҡушҡанса, ер буйлап тарала башлай.

Әммә ҡайһы бер ғаиләләр Йәһүәне тыңламай. Улар: «Әйҙәгеҙ, ҡала төҙөп, ошонда йәшәйек! Күккә ашып торған манара төҙөйөк. Шул саҡта даныбыҙ ҡалыр!» — ти.

Йәһүәгә кешеләрҙең был уйы һис тә оҡшамай, шуға күрә ул уларҙы туҡтатырға була. Беләһеңме, нисек итеп? Ул кешеләрҙең телдәрен бутай, һәм улар ҡапыл төрлө телдә һөйләшә башлай. Кешеләр бер-береһен аңламағанға, эш туҡтай. Үҙҙәре төҙөгән ҡаланы улар Вавило́н тип атай. Был исем «буталыш» тигәнде аңлата. Кешеләр, унан китеп, бөтә ер буйлап тарала. Әммә насар эштәр ҡылыуын дауам итә. Шул ваҡыттарҙа Йәһүәне яратҡан берәй кеше булғанмы икән? Быны киләһе бүлектән белербеҙ.

«Үҙен үҙе күтәреүсе һәр кем — түбәнһетелер, үҙен түбәнһетеүсе — күтәрелер» (Лука 18:14)