Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

8-СЕ ДӘРЕС

Ибраһим менән Сара Алланы тыңлаған

Ибраһим менән Сара Алланы тыңлаған

Вавилонда́н алыҫ түгел Ур ҡалаһы урынлашҡан. Был ҡалала йәшәүселәр күп илаһтарға табына. Әммә унда Йәһүәгә генә хеҙмәт иткән бер кеше бар. Уның исеме — Ибраһи́м.

Йәһүә Ибраһимға́: «Өйөңдө, туғандарыңды ҡалдыр ҙа, мин күрһәткән ергә бар», — ти. Шунан Алла: «Һинән бөйөк халыҡ сығыр, һәм һинең хаҡыңа мин күп халыҡтарға күп яҡшылыҡ эшләрмен», — тип вәғәҙә итә.

Ибраһи́м ҡайҙа барасағын белмәһә лә, Аллаға ышана. Шуға күрә ул әйберҙәрен йыйып, ҡатыны Сара́, атаһы Тера́х һәм ҡустыһының улы Лут менән алыҫ юлға сыға.

Вәғәҙә иткән ергә килгәндә, Ибраһимға́ 75 йәш була. Был ер Ҡынаа́н тип атала. Унда Йәһүә Ибраһи́м менән һөйләшә һәм: «Һин күргән бөтә был ерҙе һинең балаларыңа бирермен», — тип вәғәҙә итә. Әммә Ибраһи́м менән Сара́ инде ҡарт, ә балалары һаман да юҡ. Йәһүә үҙ вәғәҙәһен нисек үтәр?

«Ибраһи́м да иман аша... буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә мираҫ итеп алырға тейеш булған ергә бара» (Еврейҙарға 11:8)