Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ ДӘРЕС

Луттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ

Луттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ

Лут үҙенең бабаһы Ибраһи́м менән Ҡынаа́н ерендә йәшәгән. Ваҡыт үтеү менән, малдары күбәйеп киткәнгә, уларға урын етмәй башлаған. Ибраһи́м Лутҡа́: «Беҙ бүтән бергә йәшәй алмайбыҙ. Әйҙә, шулай итәйек, үҙең теләгән йәшәү урынын һайла ла, шунда күс. Ә мин икенсе яҡҡа күсермен», — тигән. Ибраһи́м игелек күрһәткән, шулай бит?

Лут Содо́м тип аталған ҡала янындағы матур ерҙе күрә. Унда һыу һәм йәшел үлән күп. Шул ерҙе һайлап, ғаиләһе менән ул шунда күсә. Ваҡыт үтеү менән улар ҡаланың үҙендә йәшәй башлай.

Содомда́ һәм күрше ҡала Амо́ррала йәшәүсе кешеләр бик насар була. Улар шул тиклем яуыз булғанға, Йәһүә был ҡалаларҙы юҡ итергә була. Әммә ул Лут һәм уның ғаиләһен ҡотҡарырға теләп, улар янына ике фәрештә ебәрә. Фәрештәләр Лутҡа́: «Тиҙерәк! Был ҡаланан китегеҙ! Йәһүә уны оҙаҡламай юҡ итәсәк», — ти.

Әммә Лут китергә ашыҡмай. Шуға күрә фәрештәләр Лутты́, ҡатынын һәм ҡыҙҙарын етәкләп, тиҙ генә ҡаланан алып сыға. Фәрештәләр уларға: «Йүгерегеҙ! Ғүмерегеҙҙе ҡотҡарығыҙ һәм артығыҙға боролоп ҡарамағыҙ! Боролһағыҙ, үлерһегеҙ!» — тип киҫәтә.

Улар, Соа́р ҡалаһына барып еткәс, Йәһүә Содо́м һәм Амо́рраға утлы көкөрт яуҙыра. Ҡалаларҙың икеһе лә юҡҡа сыға. Лутты́ң ҡатыны иһә Йәһүәне тыңламай, ул артҡа боролоп ҡарай һәм тоҙ бағанаһына әүерелә! Ә Лут һәм ҡыҙҙары иҫән ҡала, сөнки улар Йәһүәне тыңлай. Ғәзиз кешеләре Йәһүәне тыңламағанға, уларға бик ауыр була! Был хикәйә Йәһүәне тыңлау ни тиклем мөһим икәнен күрһәтә.

«[Лутты́ң] ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ» (Лука 17:32)