Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

13-СӨ ДӘРЕС

Яҡуп менән Ғаяз татыулаша

Яҡуп менән Ғаяз татыулаша

Яҡу́п Харра́н ерендә йәшәй башлаған. Ул өйләнгән, һәм уның күп балалары тыуған. Яҡу́п байып киткән. Йәһүә уға, һине Ибраһи́м һәм Исхаҡты́ яҡлаған кеүек яҡлаясаҡмын, тигән вәғәҙә биргән.

Ниһайәт, Йәһүә Яҡупҡа́ тыуған еренә ҡайтырға ҡушҡан. Шуға ла Яҡу́п ғаиләһе менән алыҫ юлға сыҡҡан. Юлда хеҙмәтселәре уға: «Ҡаршыңа Ғая́з ағайың килә. Уның менән 400 кеше!» — тигән. Яҡу́п ҡурҡыуға төшкән, Ғая́з уға һәм ғаиләһенә зыян килтерер, тип уйлаған. Ул Йәһүәгә: «Зинһар, мине ағайымдан яҡла», — тип доға ҡылған. Иртәгәһенә Яҡу́п Ғаязға́ бүләк итеп күп һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә һәм ишәк ебәргән.

Шул төндө, бер үҙе булған сағында, Яҡу́п бер фәрештәне күреп ҡалған! Фәрештә уның менән көрәшә башлаған. Улар таңға тиклем көрәшкән. Яҡу́п хатта йәрәхәтләнһә лә, бирешмәгән. Фәрештә: «Ебәр мине», — тигән. Әммә Яҡу́п: «Миңә фатихаңды бирмәйенсә ебәрмәйем», — тип яуаплаған.

Ахыр сиктә фәрештә Яҡупты́ фатихалаған. Хәҙер инде Яҡу́п шикләнмәгән: Ғая́з уға зыян килтерергә теләһә лә, Йәһүә быға юл ҡуймаясаҡ.

Иртәнсәк Яҡу́п алыҫта Ғаязды́ һәм уның менән булған 400 кешене күргән. Ул ғаиләһенән алдараҡ барып, ағаһы алдында ете тапҡыр ергә тиклем эйелгән. Ғая́з, йүгереп килеп, ҡустыһын ҡосаҡлап алған. Улар икеһе лә илап ебәргән һәм татыулашҡан. Һин нисек уйлайһың, Яҡупты́ң шул ҡатмарлы хәлде нисек сискәне Йәһүәгә оҡшағанмы?

Шунан Ғая́з өйөнә ҡайтып киткән, Яҡу́п иһә юлын дауам иткән. Яҡупты́ң 12 улы булған. Уларҙың исемдәре: Рәүвә́н, Шимо́н, Ле́ви, Йәһүҙә́, Дан, Нафтали́, Ғад, Аше́р, Исасха́р, Зевулу́н, Йосо́ф һәм Бинйәми́н. Уларҙың береһе аша — Йосо́ф аша — Йәһүә үҙ халҡын ҡотҡарған. Нисек итеп? Әйҙә, беләйек.

«Дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләүселәр өсөн доға ҡылығыҙ. Шулай эшләп, һеҙ Күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ» (Матфей 5:44, 45)