Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

18-СЕ ДӘРЕС

Янып торған ҡыуаҡ

Янып торған ҡыуаҡ

Муса́ Мәдйә́н ерендә 40 йыл йәшәгән. Ул өйләнгән, балалары тыуған. Бер ваҡыт, Сина́й тауы итәгендә һарыҡ көткәндә, ул янып торған күгән ҡыуағы күрә. Ҡыуаҡ яна, әммә янып бөтмәй! Бындай ғәжәп хәлде уның бер ваҡытта ла күргәне булмаған. Муса́, ҡарайым тип, яҡыныраҡ килә. Көтмәгәндә ҡыуаҡтан: «Муса́, яҡын килмә! — тигән тауыш яңғырай. — Аяҡ кейемеңде сис, сөнки был ер — изге». Был Йәһүә булған, ул Муса́ менән фәрештә аша һөйләшкән.

Муса́ ҡурҡып, битен ҡаплай. Йәһүә былай ти: «Мин изра́илдәрҙең ғазап сигеүен күрәм. Мин уларҙы мысырҙарҙа́н ҡотҡарырмын һәм яҡшы ергә килтерермен. Тап һин минең халҡымды Мысырҙа́н сығарасаҡһың». Мусаны́ң ни тиклем аптырағанын күҙ алдыңа ғына килтер!

Муса́: «Кешеләр, кем һине ебәрҙе, тиһә, ни әйтермен?» — тип һорай. Йәһүә былай ти: «Мине, Йәһүә — Ибраһи́м Аллаһы, Исха́ҡ Аллаһы һәм Яҡу́п Аллаһы ебәрҙе, тип әйт». Муса́ ҡабат: «Ә кешеләр мине тыңламаһа?» — тип һорай. Шунда Йәһүә Мусаға́ ярҙам итергә вәғәҙә бирә. Ул уға юл таяғын ергә ташларға ҡуша. Муса́ юл таяғын ташлауы була, таяҡ шунда уҡ йыланға әйләнә! Муса́ йыланды ҡойроғонан эләктереп ала, һәм ул ҡабат таяҡҡа әүерелә. Шунда Йәһүә былай ти: «Ошо мөғжизәне күрһәтһәң, улар һине мин ебәргәнгә ышаныр».

«Мин матур һөйләй белмәйем шул», — тип ҡаршы төшә Муса́. Әммә Йәһүә: «Нимә һөйләргә кәрәклеген һиңә үҙем әйтермен, ярҙамға Һару́н ағайыңды ебәрермен», — ти. Хәҙер инде Муса́ Йәһүәнең ярҙам итеренә ышана, шуға ул ҡатынын һәм улдарын алып, Мысырға́ китә.

«Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге бирелер» (Матфей 10:19)