Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

19-СЫ ДӘРЕС

Беренсе өс яза

Беренсе өс яза

Мысырҙа́ изра́илдәрҙе ҡол итеп ҡаты эшләтәләр. Йәһүә Муса́ менән Һарунға́ бер йөкләмә бирә. Улар, фирғәүе́н янына барып: «Халҡым сүлгә барып, минең хөрмәтемә байрам үткәрһен өсөн, уны ебәр», — тип, Йәһүәнең хәбәрен еткерергә тейеш. Фирғәүе́н ғорурланып: «Йәһүәнең әйткәнендә минең эшем юҡ, мин изра́илдәрҙе ебәрмәйем», — тиеп, уларҙың эшен тағы ла ауырайта. Йәһүә фирғәүенгә́ һабаҡ бирергә була. Беләһеңме, нисек? Ул Мысырға́ ун яза ебәрә. Йәһүә Мусаға́ былай ти: «Фирғәүе́н мине тыңламай. Иртәнсәк ул Нил йылғаһына төшәсәк. Уның янына барып, йылға һыуы ҡанға әйләнәсәк, тип әйт. Был уға халҡымды ебәрмәгәне өсөн яза булыр». Муса́ шунда уҡ Йәһүә ҡушҡанса эшләй. Фирғәүе́н яр буйында торғанда, Һару́н юл таяғы менән йылғаға һуға, йылға һыуы шунда уҡ ҡанға әйләнә. Ул һаҫый, балыҡтар үлеп бөтә, эсергә һыу ҙа ҡалмай. Әммә фирғәүе́н һаман да изра́илдәрҙе ебәрергә теләмәй.

Ете көн үткәс, Йәһүә Мусаға́ ҡабат фирғәүенгә́ барып: «Халҡымды ебәрмәһәң, бөтә Мысы́р баҡалар менән туласаҡ», — тигән хәбәрҙе еткерергә ҡуша. Һарунды́ң юл таяғын күтәреүе була, бөтә ерҙе баҡалар баҫа башлай. Ҡайҙа ҡарама: өйҙә лә, карауатта ла, һауыт-һабала ла — баҡалар. Бөтә тирә-яҡ баҡалар менән тула! Фирғәүе́н Мусана́н: «Йәһүә был язаны туҡтатһын», — тип үтенеп, изра́илдәрҙе ебәрергә вәғәҙә бирә. Йәһүә язаны туҡтата, һәм мысырҙа́р үле баҡаларҙы өйөм-өйөм йыя башлай. Һаҫыҡ еҫ бөтә ергә тарала. Әммә фирғәүе́н барыбер изра́илдәрҙе ебәрмәй.

Шунан Йәһүә Мусаға́: «Һару́н юл таяғы менән ергә һуҡһын, һәм туҙан әсе тешләй торған ваҡ себендәргә әйләнер», — ти. Һару́н ергә таяғы менән һуҡҡас та, тирә-яҡ ваҡ себен менән тула. Фирғәүенде́ң хеҙмәтселәре: «Был яза — Алланан», — тиешә. Әммә фирғәүе́н был юлы ла изра́илдәрҙе ебәрмәй.

«Ул ваҡытта уларға көсөмдө һәм ҡөҙрәтемде күрһәтермен, һәм улар минең исемем Йәһүә икәнен белерҙәр» (Иремия 16:21)