Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

20-СЕ ДӘРЕС

Сираттағы алты яза

Сираттағы алты яза

Муса́ менән Һару́н фирғәүе́н янына килеп, уға Алла хәбәрен еткерә: «Халҡыма минең хөрмәтемә байрам үткәрергә рөхсәт итмәһәң, мин ергә күгәүен ебәрәсәкмен». Күгәүен иҫәпһеҙ-һанһыҙ күп булып, баймы, ярлымы булыуына ҡарамаҫтан, бар мысырҙарҙы́ң өйҙәрен тултыра. Улар бөтә ерҙе баҫып ала. Әммә изра́илдәр йәшәгән Гоше́н ерендә күгәүен булмай. Дүртенсе язанан башлап, мысырҙа́р ғына зыян күрә. Фирғәүе́н: «Йәһүә был бөжәктәрҙе ҡыуһын ине, — тип үтенә һәм, — барығыҙ», — тип, изра́илдәрҙе ебәрергә була. Йәһүә күгәүендәрҙе ҡыуа, әммә фирғәүе́н халыҡты ебәрмәй. Фирғәүе́н һаман да һабаҡ алмағанмы ни?

Йәһүә: «Фирғәүе́н халҡымды ебәрмәһә, мысырҙарҙы́ң малы ауырып үләсәк», — ти. Икенсе көнгә мал-тыуар үлә башлай. Әммә изра́илдәрҙең малы зыян күрмәй. Фирғәүе́н иһә һаман тиҫкәреләнә һәм изра́илдәрҙе ебәрмәй.

Йәһүә Мусаға́ ҡабат фирғәүе́н янына барып, күккә көл ырғытырға ҡуша. Көл, туҙанға әйләнеп, һауала тарала һәм мысырҙарға́ ултыра. Мысырҙарҙы́ң һәм уларҙың малдарының тәне яралар менән ҡаплана. Быға ҡарамаҫтан, фирғәүе́н һаман киреләнә, изра́илдәрҙе ебәрмәй.

Йәһүә Мусаны́ яңынан фирғәүенгә́ ебәрә һәм былай тип әйтергә ҡуша: «Һин һаман да халҡымды ебәрергә ризалашмайһыңмы? Иртәгә мин ергә борсаҡ яуҙырасаҡмын». Икенсе көндө Йәһүә күк күкрәтеп боҙ һәм ут яуҙыра. Ундай дауыл Мысырҙа́ быға тиклем бер ҡасан да булмаған! Бөтә ағастар һына, уңыш юҡҡа сыға. Гоше́н ерендә иһә дауыл булмай. Фирғәүе́н Муса́ менән Һарунға́: «Йәһүә дауылды туҡтатһын! Унан һуң халыҡты ебәрәм», — тип ҡысҡыра. Боҙ һәм ямғыр туҡтай, әммә фирғәүе́н үҙ һүҙен үтәмәй.

Шунда Муса́ былай ти: «Борсаҡтан ҡалғанды саранча ашап бөтөрәсәк». Саранча баҫыуҙарҙа һәм ағастарҙа ҡалғанды ашап бөтөрә. Фирғәүе́н: «Йәһүә саранчаны ҡыуып ебәрһен», — тип үтенә. Әммә Йәһүә саранчаны ҡыуғандан һуң да фирғәүе́н халыҡты ебәрмәй.

Йәһүә Мусаға́: «Ҡулыңды күккә һуҙ», — ти. Шул мәлдә күк йөҙө ҡараңғылыҡҡа бата. Өс көн дауамында мысырҙа́р бер кемде лә һәм бер нәмәне лә күрмәй. Изра́илдәр йәшәгән ерҙә генә яҡты була.

Фирғәүе́н: «Һин халҡың менән бергә китә алаһың. Малығыҙҙы ғына ҡалдырығыҙ», — ти. «Беҙ малыбыҙҙы, Йәһүәгә ҡорбанға килтерер өсөн, үҙебеҙ менән алып китергә тейеш», — тип яуап бирә Муса́. Фирғәүе́н ярһып: «Китегеҙ бынан! Күҙемә тағы бер күренһәң, үлтерәсәкмен!» — тип аҡыра.

«Һеҙ тәҡүә һәм боҙоҡ кеше араһындағы айырманы, Аллаға хеҙмәт итеүсе һәм хеҙмәт итмәүсе кеше араһындағы айырманы ҡабат күрерһегеҙ» (Малахи 3:18)