Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

21-СЕ ДӘРЕС

Унынсы яза

Унынсы яза

Муса́ фирғәүенгә́, бүтән килмәйем, тип һүҙ биргән. Әммә китер алдынан, ул былай тигән: «Төн урталарында Мысы́р ерендә беренсе тыуған һәр бала — фирғәүенде́ң беренсе балаһынан башлап ҡол ҡатындың беренсе балаһына тиклем — үләсәк».

Йәһүә изра́илдәргә киске аш әҙерләргә ҡуша: «Бер йәшлек һарыҡ йә кәзә бәрәсе һайлағыҙ. Ул тәкә булырға тейеш. Һәр ғаилә уның ҡаны менән ишек яңаҡтарын һәм ишек башын буяһын. Итте ҡыҙҙырығыҙ һәм сөсө икмәк ҡушып ашағыҙ. Өҫтөгөҙгә һәм аяғығыҙға кейеп, әҙер тороғоҙ. Мин был төндө һеҙҙе ҡотҡарырмын». Изра́илдәрҙең ни ҡәҙәр тулҡынланғанын күҙ алдыңа ғына килтереп ҡара!

Төн уртаһында Йәһүә фәрештәһе бөтә Мысы́р ере буйлап үтә. Ишек яңаҡтары ҡан менән буялмаған һәр йортта беренсе булып тыуған бала үлә. Әммә фәрештә ҡан менән билдәләнгән йорттарға ҡағылмай үтеп китә. Бай йәки ярлы булыуына ҡарамаҫтан, һәр мысы́р ғаиләһендә тәүге ир бала үлә. Изра́илдәрҙең иһә бер балаһы ла зыян күрмәй.

Хатта фирғәүенде́ң дә улы үлә. Фирғәүе́н башҡаса түҙә алмай. Ул шунда уҡ Муса́ менән Һарунға́: «Сығып китегеҙ! Барығыҙ үҙегеҙҙең Аллағыҙға! Малығыҙҙы ла алып китегеҙ!» — тип ҡысҡыра.

Шул төндө тулы ай яҡтыһында изра́илдәр Мысырҙа́н сығып китә. Улар бер тәртиптә — ғаилә артынан ғаилә, ҡәбилә артынан ҡәбилә булып теҙелеп атлай. Ҡатындар менән балаларҙы иҫәпкә алмағанда, ирҙәр һәм егеттәр һаны 600000 самаһы була. Йәһүәгә табынырға теләгән башҡа кешеләр ҙә уларға эйәрә. Ниһайәт, изра́илдәр азат!

Йәһүәнең үҙҙәрен нисек ҡотҡарғанын иҫтә тотор өсөн, улар йыл һайын ошо махсус киске ашты әҙерләргә тейеш булған. Ул аш Ҡотҡарылыу байрамы ашы тип аталған.

«Алла фирғәүенгә́ былай тигән: „Үҙемдең ҡөҙрәтемде һинең аша күрһәтергә һәм тотош Ер йөҙөндә исемем иғлан ителһен өсөн Мин һине батша дәрәжәһенә күтәрҙем“» (Римдарға 9:17)