Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

22-СЕ ДӘРЕС

Ҡыҙыл дингеҙ янындағы мөғжизә

Ҡыҙыл дингеҙ янындағы мөғжизә

Изра́илдәр Мысырҙа́н сыҡҡас, фирғәүе́н уларҙы ебәргәненә үкенеп, кире ҡайтарырға була. Ул үҙ һуғышсыларына: «Һуғыш арбаларын әҙерләгеҙ! Әйҙәгеҙ, уларҙы, ҡыуып етеп, кире борайыҡ!» — тип ҡысҡыра. Һәм шунда уҡ үҙ ғәскәре менән изра́илдәр артынан ҡыуа төшә.

Йәһүә көндөҙ — болот бағанаһы ярҙамында, ә төндә ут бағанаһы ярҙамында үҙ халҡына юл күрһәтә. Ул изра́илдәрҙе Ҡыҙыл диңгеҙ янына килтерә һәм лагерь ҡорорға ҡуша.

Шунда изра́илдәр үҙҙәре артынан ҡыуып килгән фирғәүенде́ һәм уның ғәскәрен күреп ҡала. Улар ҡысҡырыша башлай: «Бөтәбеҙ ҙә үләбеҙ! Беҙҙе ниңә Мысырҙа́н алып сыҡтың?». Муса́ иһә: «Ҡурҡмағыҙ! Тиҙҙән Йәһүә һеҙҙе нисек ҡотҡарасағын күрерһегеҙ!» — тип уларҙы нығыта. Ул тулыһынса Йәһүәгә таяна.

Йәһүә изра́илдәргә сатырҙарын һүтеп, юлға сығырға ҡуша. Шул төндә Йәһүә болотто мысырҙа́р менән изра́илдәр араһына күсерә. Мысырҙа́р яғында — ҡараңғы, ә изра́илдәр яғында яҡты була.

Йәһүә Мусаға́ ҡулын диңгеҙгә һуҙырға ҡуша. Шунда Йәһүә көслө ел ебәрә, һәм ел төн буйы иҫә. Диңгеҙ һыуҙары икегә айырыла, һәм Изра́иль халҡы, бер нисә миллион кеше, ҡоро диңгеҙ төбөнән юлдан барғандай атлап үтә. Диңгеҙ һыуҙары уларҙың ике яғынан стена кеүек тора!

Фирғәүе́н ғәскәре ҡоро диңгеҙ төбө буйлап, изра́илдәр артынан ҡыуа төшә. Шул саҡ Йәһүә улар араһында буталыш тыуҙыра. Арбаларының тәгәрмәстәре ысҡына. Шунда һуғышсылар: «Ҡасайыҡ бынан! Улар өсөн Йәһүә үҙе һуғыша!» — тип ҡысҡырыша башлай.

Йәһүә Мусаға́: «Ҡулыңды диңгеҙгә һуҙ», — тип әйтә. Шул саҡ Мысы́р ғәскәрен диңгеҙ тулҡындары ҡаплай. Фирғәүе́н һәм уның бар кешеләре батып үлә. Береһе лә иҫән ҡалмай.

Ҡыҙыл диңгеҙ аша сыҡҡан халыҡ Йәһүәне маҡтап, былай тип йырлай: «Йәһүәгә йырлайыҡ, сөнки ул үҙен данлыҡлы итте. Ат менән һыбайлыны диңгеҙгә ырғытты». Халыҡ йырлай, ә ҡатын-ҡыҙҙар, шалтырауыҡ ҡағып, бейей. Һәр береһе шатлана, сөнки Йәһүә уларҙы ҡотҡарҙы.

«Шулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә: „Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын. Кеше миңә нимә эшләй алһын?“ — тип әйтә алабыҙ» (Еврейҙарға 13:6)