Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

25-СЕ ДӘРЕС

Изге Сатыр

Изге Сатыр

Йәһүә Мусаға́ Сина́й тауында йөкләмә биргән. Ул уға айырым бер сатыр төҙөргә ҡушҡан. Унда изра́илдәр Аллаға табына алған. Урындан-урынға күскәндә, улар сатырҙы үҙҙәре менән алып йөрөргә тейеш булған.

Йәһүә былай ти: «Кешеләргә әйт, изге сатырҙы төҙөр өсөн кем нимә килтерә ала, шуны килтерһен». Изра́илдәр алтын, көмөш, баҡыр, ҡиммәтле таштар һәм биҙәүестәр килтерә. Шулай уҡ улар йөн, етен, хайуан тиреләре һәм башҡа төрлө бик күп әйбер алып килә. Халыҡ бик йомарт була, Мусаға́ хатта: «Етәр, башҡаса килтермәгеҙ, хәҙер инде беҙҙең кәрәкле бөтә нәмәбеҙ ҙә бар», — тип әйтергә тура килә.

Сатыр төҙөргә бик күп оҫта ирҙәр һәм ҡатындар ярҙам итә. Эште башҡарыр өсөн Йәһүә уларға аҡыллылыҡ бирә. Кемдер еп иләй, туҡыма яһай, ә кемдер биҙәктәр сигә. Башҡалар иһә таштарҙы эшкәртә, алтын менән эшләй, ағастан кәрәкле әйберҙәр яһай.

Кешеләр сатырҙы Йәһүә нисек ҡушһа, шулай итеп төҙөй. Улар матур шаршау яһап, сатырҙы ике өлөшкә — Изге урынға һәм Иң изге урынға бүлә. Иң изге урынға килешеү һандығы ҡуйыла. Уны акация ағасынан һәм алтындан эшләйҙәр. Ә Изге урында алтын шәмдәл, өҫтәл һәм хуш еҫле ҡатышма төтәтеү урыны була. Сатыр янына ҙур баҡыр тас ҡуйыла һәм иҫ киткес киң ҡорбан килтереү урыны яһала. Килешеү һандығы изра́илдәргә, Йәһүәне тыңлаясаҡбыҙ, тигән вәғәҙәһен иҫкә төшөрөп торорға тейеш. Килешеү нимә ул, һин беләһеңме? Ул бик мөһим бер вәғәҙә.

Изге сатырҙа хеҙмәт итер өсөн, Йәһүә Һарунды́ һәм уның улдарын һайлай. Улар сатырҙы ҡарарға һәм Йәһүәгә ҡорбандар килтерергә тейеш була. Иң изге урынға инергә Һарунға́ ғына рөхсәт ителә, сөнки ул — иң баш рухани. Ул йылына бер тапҡыр ғына унда инә һәм үҙенең, ғаиләһенең һәм бөтә Изра́иль халҡының гонаһтары өсөн ҡорбан килтерә.

Изра́илдәрҙең Мысырҙа́н сығыуына бер йыл үткәс, улар сатырҙы төҙөп бөтә. Хәҙер инде уларҙың Йәһүәгә табыныр өсөн урыны бар.

Сатыр өҫтөндә болот барлыҡҡа килә. Был болот Йәһүәгә сатыр бик оҡшай икәнен күрһәтә. Болот сатыр өҫтөндә торғанда, изра́илдәр үҙ урынында ҡала бирә. Ә болот күтәрелеп ҡуҙғала башлаһа, изра́илдәр, сатырҙы һүтеп алып, болот артынан эйәрә.

«Тәхеттән килгән көслө тауыш ишеттем... „Бына! Алланың сатыры кешеләр менән бергә, һәм ул улар менән бергә йәшәйәсәк. Улар уның халҡы буласаҡ, һәм Алла үҙе улар менән буласаҡ“» (Асылыш 21:3, ЯДТ)