Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

26-СЫ ДӘРЕС

Ун ике шымсы

Ун ике шымсы

Изра́илдәр Сина́й тауынан киткәс, Пара́н сүле аша үтеп, Каде́ш тигән ергә килеп етә. Шунда Йәһүә Мусаға́: «Һәр ҡәбиләнән берәр кеше һайла. Улар изра́илдәргә мин бирәсәк Ҡынаа́н ерен күҙәтеп ҡайтһын», — ти. Ундай йөкләмә үтәгән кеше шымсы тип атала. Шулай итеп Муса́ 12 шымсы һайлай ҙа уларға былай ти: «Ҡынаанға́ барығыҙ. Ер уңдырышлымы, юҡмы, унда йәшәгән халыҡ көслөмө, көсһөҙмө, улар ҡалаларҙа йәшәйме, әллә сатырҙарҙамы? Барыһын да асыҡлағыҙ». Шулай итеп 12 шымсы Ҡынаанға́ китә. Улар араһында Ешуа́ һәм Ҡали́п та була.

Ҡырҡ көн үтә. Шымсылар, инжир, гранат һәм йөҙөм емештәре күтәреп, әйләнеп ҡайта. Улар: «Беҙ ҡараған ер бик яҡшы, әммә унда йәшәүсе халыҡ көслө, һәм уларҙың нығытылған ҡалалары бик ҙур», — тип һөйләй. Ҡали́п иһә: «Беҙ уларҙы еңә аласаҡбыҙ! Хәҙер үк барайыҡ!» — тип халыҡты өндәй башлай. Ҡали́п быны ни өсөн әйткән, беләһеңме? Сөнки ул һәм Ешуа́ Йәһүәгә таяна. Әммә ҡалған ун шымсы: «Юҡ! Ундағы кешеләр бик ҙур, әзмәүерҙәй! Улар эргәһендә беҙ сиңерткә кеүек кенә!» — тип ҡысҡыра башлай.

Изра́илдәр ныҡ бойоға. Улар зарлана башлай. «Әйҙәгеҙ, үҙебеҙгә башҡа етәксе һайлайыҡ та Мысырға́ ҡайтайыҡ. Ниңә Ҡынаанға́ барырға? Беҙҙе унда үлтерерҙәр бит!» — тип һөйләнә. Ешуа́ һәм Ҡали́п: «Йәһүәне тыңлағыҙ! Ҡурҡмағыҙ! Ул беҙҙе яҡлар!» — тип халыҡты тынысландырырға тырыша. Әммә изра́илдәр уларҙы тыңламай. Хатта Ешуа́ менән Ҡалипты́ үлтерергә теләй!

Йәһүә быға нисек ҡарай? Ул Мусаға́ былай ти: «Мин изра́илдәргә күпме игелек эшләнем, әммә улар барыбер мине тыңламай. Шуның өсөн улар 40 йыл сүлдә йәшәйәсәк һәм шунда үләсәк тә. Уларҙың балалары һәм Ешуа́ менән Ҡали́п ҡына вәғәҙә ителгән ерҙә йәшәйәсәк».

«Ниңә һеҙ шулай ҡурҡаҡһығыҙ, имандары аҙҙар?» (Матфей 8:26)