Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

27-СЕ ДӘРЕС

Улар Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡан

Улар Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡан

Бер ни ҡәҙәр ваҡыт сүлдә йөрөгәндән һуң Кора́х, Дата́н, Абира́м һәм тағы 250 кеше Мусаға́ ҡаршы күтәрелә. Улар былай ти: «Етте! Күпме түҙергә була инде? Ни өсөн һин беҙҙең етәксе? Ни өсөн Һару́н баш рухани булырға тейеш? Йәһүә һеҙҙең менән генә түгел, ул беҙҙең барыбыҙ менән дә». Йәһүәгә был бер ҙә оҡшамай. Быны ул үҙенә ҡаршы сығыу тип һанай!

Муса́ Корахҡа́ һәм уның менән килгән кешеләргә былай ти: «Иртәгә изге сатыр янына килегеҙ. Хуш еҫле ҡатышма һалынған ут һауыттарығыҙҙы килтерегеҙ. Кемде һайлағанын Йәһүә үҙе күрһәтер».

Икенсе көндө Кора́х һәм 250 кеше Муса́ янына, изге сатырҙың инеү урыны алдына килә. Унда улар руханиҙар шикелле хуш еҫле ҡатнашма яндыра. Йәһүә Муса́ менән Һарунға́ Кора́х һәм уның кешеләренән айырылырға ҡуша.

Кора́х Муса́ янына, изге сатыр эргәһенә барһа ла, Дата́н, Абира́м һәм уларҙың ғаиләләре унда бармай ҡала. Йәһүә изра́илдәргә Кора́х, Дата́н һәм Абира́м сатырҙарынан ситкә китергә ҡуша. Изра́илдәр шунда уҡ ситкә китә. Дата́н, Абира́м һәм уларҙың ғаиләләре үҙ сатырҙары алдына сығып баҫа. Ҡапыл ер ярылып китә лә уларҙы йота! Изге сатыр янында торған Кора́х һәм 250 кешегә иһә күктән ут төшөп, уларҙы яндыра.

Шунан һуң Йәһүә Мусаға́: «Һәр ҡәбилә башлығының юл таяғын ал да һәр береһенә хужаһының исемен яҙ. Һарунды́ң исемен Ле́ви ҡәбиләһенең таяғына яҙ. Таяҡтарҙы изге сатырға һал. Мин һайлаған кешенең таяғы сәскә атыр», — ти.

Икенсе көндө Муса́ бөтә таяҡтарҙы сығарып ҡәбилә башлыҡтарына күрһәтә. Һарунды́ң таяғы сәскә атҡан, һәм унда миндаль өлгөргән. Шулай Йәһүә Һарунды́ баш рухани итеп һайлағанын иҫбатлай.

«Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ» (Еврейҙарға 13:17)