Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

28-СЕ ДӘРЕС

Валаамдың ишәге һөйләшә башлай

Валаамдың ишәге һөйләшә башлай

Изра́илдәр сүл буйлап 40 йыл самаһы йөрөгән. Улар күп ҡалаларҙы яулап алған. Хәҙер улар Муа́в тигеҙлегендә, Иорда́н йылғаһының көнсығыш ярында, лагерь ҡороп урынлашҡан. Уларға Вәғәҙә ителгән ергә инергә ваҡыт еткән. Муавты́ң батшаһы Вала́к, изра́илдәр еребеҙҙе тартып алыр, тип ҡурҡҡан. Шуға күрә ул, Валаа́м исемле бер кешене саҡыртып, уға изра́илдәрҙе ҡәһәрләргә ҡушҡан.

Әммә Йәһүә Валаамға́: «Изра́илдәрҙе ҡәһәрләмә», — ти. Валаа́м шуға ла Вала́к батша янына бармаҫҡа була. Батша иһә Валаамды́ ҡабат саҡыртып: «Нимә теләһәң, шуны бирәм», — ти. Валаа́м был юлы ла бармай. Шунда Алланың: «Һин бар унда, тик мин әйткән һүҙҙәрҙе генә әйт», — ти.

Валаа́м ишәккә ултырып Муавҡа́ юл тота. Йәһүә уға изра́илдәрҙе ҡәһәрләргә рөхсәт итмәһә лә, ул барыбер уларҙы ҡәһәрләргә була. Йәһүә фәрештәһе өс тапҡыр Валаамды́ң юлына сыға. Валаа́м фәрештәне күрмәй, әммә ишәге уны күрә. Фәрештә беренсе тапҡыр ҡаршы сыҡҡанда, ишәк юлдан баҫыу яғына борола. Икенсе тапҡыр иһә ишәк таш стенаға һырыла һәм Валаамды́ң аяғын ҡыҫа. Өсөнсө тапҡыр ул юл уртаһына ята. Һәр осраҡ һайын Валаа́м ишәген таяҡ менән туҡмай.

Шул саҡ Йәһүә ишәкте һөйләштерә. Ишәк Валаамда́н: «Ни өсөн мине туҡмайһың?» — тип һорай. Валаа́м: «Мине иҫәргә ҡалдырғаның өсөн. Ҡулымда ҡылыс булһа, мин һине үлтерер инем!» — тип яуаплай. Ишәк: «Мин һиңә йылдар буйы хеҙмәт иттем. Ҡасан да булһа үҙемде шулай тотҡаным булдымы?» — тип һорай.

Шунда Йәһүә Валаамға́ фәрештәне күрһәтә. Фәрештә: «Йәһүә һине изра́илдәрҙе ҡәһәрләүҙән тыйҙы бит», — ти. Валаа́м: «Мин насарлыҡ эшләнем. Ҡайтып китәм», — ти. Әммә фәрештә уға: «Теләһәң, Муавҡа́ бара алаһың, тик Йәһүә әйткәнде генә һөйлә», — ти.

Валаа́м был осраҡтан берәй нәмәгә өйрәнгәнме? Юҡ. Ул изра́илдәрҙе өс тапҡыр ҡәһәрләргә маташҡан. Ләкин Йәһүә һәр ҡәһәрләүҙе фатихаға әйләндергән. Изра́илдәр барыбер Муавты́ яулап алған һәм Валаамды́ үлтергән. Әгәр Валаа́м Йәһүәне тыңлаған булһа, тере ҡалыр ине.

«Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел» (Лука 12:15)