Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

29-СЫ ДӘРЕС

Йәһүә Ешуаны һайлай

Йәһүә Ешуаны һайлай

Муса́ күп йылдар дауамында Изра́иль халҡының етәксеһе булған. Муса́ ҡартайғас, Йәһүә уға былай ти: «Изра́илдәрҙе Вәғәҙә ителгән ергә һин индермәйәсәкһең. Шулай ҙа мин һиңә уны күрһәтермен». Муса́ Йәһүәнән үҙенең урынына халыҡ өҫтөнән икенсе башлыҡ һайлауын үтенә. Йәһүә уға, Ешуа́ янына барып, Йәһүә һине һайланы, тип әйтергә ҡуша.

Муса́ халыҡҡа үҙенең тиҙҙән үләсәге һәм Вәғәҙә ителгән ергә уларҙы Ешуа́ алып барасағы хаҡында әйтә. Муса́ Ешуаға́: «Ҡурҡма. Йәһүә һиңә ярҙам итәсәк», — ти. Оҙаҡламай Муса́ Набу́ тигән тауға менә. Шул тауҙың башынан Йәһүә уға Ибраһимға́, Исхаҡҡа́ һәм Яҡупҡа́ мираҫ итеп бирергә вәғәҙә иткән ерҙе күрһәтә. Муса́ 120 йәшендә үлә.

Йәһүә Ешуаға́ былай ти: «Иорда́н йылғаһы аша сығып, Ҡынаа́н еренә бар. Мин Мусаға́ ярҙам иткән кеүек һиңә лә ярҙам итермен. Көн дә Ҡанунымды уҡы. Ҡурҡма. Ҡыйыу бул. Барыһын да мин ҡушҡанса эшлә».

Ешуа́ Иерихо́н ҡалаһына ике шымсы ебәрә. Киләһе бүлектән беҙ унда нимә булғанын белербеҙ. Шымсылар әйләнеп ҡайтып, Ҡынаа́н еренә барырға була, тип әйтә. Икенсе көндө Ешуа́ изра́илдәргә юлға сығырға ҡуша. Алдан ул изге һандыҡты күтәреп барыусы руханиҙарҙы ебәрә. Иорда́н йылғаһына килгәс, улар йылғаның ташып, ярҙарынан сыҡҡанын күрә. Әммә руханиҙарҙың аяғы һыуға тейгәс, йылға ағыуҙан туҡтай, һәм һыу кибә! Руханиҙар, йылға уртаһына еткәс, туҡтай ҙа бөтә халыҡтың икенсе ярға сығыуын көтөп тора. Нисек уйлайһың, был мөғжизә Ҡыҙыл диңгеҙ янындағы мөғжизәне уларҙың иҫенә төшөргәнме икән?

Ниһайәт, шул тиклем күп йылдар үткәс, изра́илдәр Вәғәҙә ителгән ергә килеп етә! Хәҙер улар өйҙәр һала һәм ҡалалар төҙөй ала. Баҫыуҙар эшкәртә, йөҙөм һәм башҡа төрлө емештәр үҫтерә ала. Вәғәҙә ителгән ерҙә ризыҡ шул тиклем күп була, хатта уны һөт менән бал аҡҡан ер тип атайҙар.

«Йәһүә һине һәр ваҡыт етәкләп барыр, йәнеңде хатта ҡороған ерҙә лә туйындырыр» (Ишағыя 58:11)