Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

30-СЫ ДӘРЕС

Рахав шымсыларҙы йәшерә

Рахав шымсыларҙы йәшерә

Иерихо́н ҡалаһына килгәс, Изра́иль шымсылары Раха́в исемле ҡатындың өйөндә туҡтай. Иерихонды́ң батшаһы был хаҡта белеп ҡалғас, Раха́в янына һуғышсыларын ебәрә. Раха́в иһә ике шымсыны өй башында йәшерә, ә һуғышсыларҙы икенсе яҡҡа ебәрә. Ул шымсыларға былай ти: «Мин һеҙгә ярҙам итермен, сөнки һеҙҙең менән Йәһүә икәнен һәм был ер һеҙгә биреләсәген беләм. Зинһар өсөн, минең ғаиләмде ҡотҡарырға һүҙ бирегеҙ».

Шымсылар Рахавҡа́: «Һинең өйөңдәге бер кеше лә һәләк булмаҫ», — тип һүҙ бирә. «Тик тәҙрәңә ҡыҙыл бау бәйләп, уны аҫҡа төшөрөп ҡуй, һәм ғаиләң ҡотолор», — ти уға шымсылар.

Шымсылар бау буйлап тәҙрәнән төшөп, тауҙарға китә. Улар унда өс көн буйы йәшенеп ята, ә һуңынан Ешуа́ янына ҡайта. Шунан һуң изра́илдәр Иорда́н йылғаһы аша үтеп, вәғәҙә ителгән ерҙе яулап алырға әҙерләнә башлай. Уларҙың юлындағы беренсе ҡала Иерихо́н була. Йәһүә уларға алты көн дауамында көнөнә бер тапҡыр ҡаланы урап сығырға ҡуша. Етенсе көн иһә улар ҡаланы ете тапҡыр урап сыға. Шунан һуң руханиҙар борғо ҡысҡырта, ә һуғышсылар бөтә көсөнә ҡысҡыра. Шул саҡ ҡаланың стеналары емерелеп төшә! Әммә Рахавты́ң йорто зыян күрмәй. Раха́в һәм уның ғаиләһе ҡотола, сөнки был ҡатын Йәһүәгә ышана.

«Раха́в та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни?» (Яҡуб 2:25)