Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

31-СЕ ДӘРЕС

Ешуа һәм гаваондар

Ешуа һәм гаваондар

Иерихо́н ҡалаһы менән нимә булғанын Ҡынаанды́ң башҡа халыҡтары ла ишетә. Шул халыҡтарҙың батшалары берләшеп, изра́илдәргә ҡаршы сығырға була. Әммә гаваонда́р башҡасараҡ эш итә. Улар туҙып бөткән кейемдәрен кейә лә, Ешуаға́ килеп, былай ти: «Беҙ алыҫ ерҙән килдек. Йәһүәнең һеҙҙең хаҡҡа Мысы́р һәм Муа́в ерҙәрендә ниҙәр эшләгәне хаҡында ишеттек. Беҙгә һөжүм итмәҫкә һүҙ бирегеҙ. Ә беҙ һеҙгә хеҙмәтсе булырбыҙ».

Ешуа́ уларға ышана һәм һөжүм итмәҫкә һүҙ бирә. Өс көндән һуң ул гаваондарҙы́ң алыҫ ерҙән булмағанын белеп ҡала. Улар Ҡынаа́н еренән килгән икән. Ешуа́ гаваондарҙа́н: «Ни өсөн беҙҙе алданығыҙ?» — тип һорай. Улар: «Беҙ бик ҡурҡтыҡ! Һеҙҙең өсөн Аллағыҙ Йәһүә көрәшкәнен беләбеҙ бит. Зинһар, беҙҙе үлтермәгеҙ», — тип үтенә. Ешуа́, үҙ һүҙен тотоп, уларға теймәй.

Күпмелер ваҡыт үткәс, Ҡынаанды́ң биш батшаһы, берләшеп, гаваондарға́ һөжүм итергә була. Был турала ишетеп, Ешуа́ үҙ һуғышсылары менән гаваондарға́ ярҙамға китә. Улар төнө буйы бара. Һуғыш иртән иртүк башлана. Ҡынаанда́р төрлө яҡҡа ҡаса башлай. Әммә Йәһүә уларға күктән таш яуҙыра. Шунда Ешуа́ Йәһүәнән ҡояшты туҡтатып торорға һорай. Элек ҡояш бер ваҡытта ла туҡтамаған. Улайһа, ни өсөн Ешуа́ Йәһүәгә ундай үтенес менән мөрәжәғәт итә һуң? Сөнки ул тулыһынса Йәһүәгә таяна. Ҡояш көнө буйы байымай. Шул арҡала изра́илдәр Ҡынаа́н батшаларын һәм һуғышсыларын еңә.

«Һеҙҙең „эйе“ тигән һүҙегеҙ — „эйе“, „юҡ“ тигәнегеҙ „юҡ“ булһын. Шунан артығы — Иблистән» (Матфей 5:37)