Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

32-СЕ ДӘРЕС

Яңы етәксе һәм ике ҡыйыу ҡатын

Яңы етәксе һәм ике ҡыйыу ҡатын

Ешуа́ күп йылдар дауамында Йәһүә халҡының етәксеһе булған. Ул 110 йәшендә үлгән. Ешуа́ иҫән саҡта изра́илдәр Йәһүәгә табынған. Әммә ул үлгәс, изра́илдәр, ҡынаанда́р кеүек, боттарға табына башлаған. Шуға күрә Яви́н исемле ҡынаа́н батшаһы уларҙы йәберләгәндә, Йәһүә яҡлашмаған. Изра́илдәр Йәһүәнең ярҙам итеүен үтенгән. Шунлыҡтан Йәһүә уларға Вара́к исемле яңы етәксе биргән. Ул халыҡҡа Йәһүәгә ҡайтырға ярҙам итергә тейеш булған.

Дево́ра исемле пәйғәмбәр ҡатын Варакты́ саҡыра һәм уға Йәһүәнең хәбәрен еткерә: «10000 кешене алып, Кишо́н йылғаһы янына бар ҙа Яви́н ғәскәренә ҡаршы сыҡ. Һин уның башлығы Сиса́раны еңерһең». Вара́к Дево́раға: «Һин минең менән барһаң ғына, барам», — ти. Дево́ра былай тип яуап бирә: «Мин һинең менән барасаҡмын. Әммә бел, Йәһүәнең һүҙҙәре буйынса, Сиса́раны һин түгел, ә ҡатын кеше үлтерәсәк».

Һуғышҡа әҙерләнер өсөн, Дево́ра, Вара́к һәм уның һуғышсылары Табу́р тауына менә. Был турала ишеткәс, Сиса́ра һуғышсыларын һәм хәрби арбаларын тау итәгендәге үҙәнгә йыя. Дево́ра Варакҡа́: «Бөгөн Йәһүә ярҙамы менән һин еңәсәкһең» — ти. Сиса́раның ҡеүәтле ғәскәре менән һуғышыр өсөн, Вара́к 10000 һуғышсыһы менән тауҙан төшә башлай.

Шунда Йәһүә Кишо́н йылғаһын таштыра, һыу бөтә үҙәнде баҫа. Һөҙөмтәлә Сиса́раның хәрби арбалары батҡаҡҡа бата. Сиса́ра арбаһын ташлап ҡаса. Вара́к һәм уның һуғышсылары Сиса́ра ғәскәрен еңә, әммә Сиса́раны тапмайҙар! Ул ҡасып, Йәилә́ исемле ҡатындың сатырында йәшенә. Был ҡатын уға һөт эсерә һәм өҫтөнә юрған яба. Хәлдән тайған һуғышсы йоҡлап китә. Шунда Йәилә́ шым ғына эргәһенә килә лә сатыр ҡаҙығы менән уны үлтерә.

Вара́к Сиса́раны эҙләп, Йәилә́ сатырына килә. Йәилә́ уны ҡаршы ала һәм: «Әйҙә, ин! Һин эҙләгән кешене күрһәтәм», — ти. Вара́к сатырға инә һәм үлгән Сиса́раны күрә. Изра́илдәрҙе дошмандарҙан ҡотҡарғаны өсөн, Вара́к менән Дево́ра Йәһүәне данлап йыр йырлай. Киләһе 40 йыл Изра́иль тыныслыҡта йәшәй.

«Яҡшы хәбәрҙе иғлан итеүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙур ғәскәрҙәй күп» (Зәбур 68:11)