Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

33-СӨ ДӘРЕС

Руфь һәм Нәғмиә

Руфь һәм Нәғмиә

Изра́илдә аслыҡ башланғас, Нәғмиә́ исемле бер изра́иль ҡатыны ире һәм ике улы менән Муа́в еренә китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпмелер ваҡыттан Нәғмиәне́ң ире үлә. Уның улдары Руфь һәм Өрпә́ исемле муа́в ҡыҙҙарына өйләнә. Әммә бер аҙҙан Нәғмиәне́ң улдары ла үлә.

Изра́илдә аслыҡ тамамланғанын ишетеп, Нәғмиә́ ҡайтырға була. Руфь менән Өрпә́ лә уға эйәрә. Әммә юлда Нәғмиә́, уларға өндәшеп: «Һеҙ улдарым өсөн яҡшы ҡатындар, ә минең өсөн үҙ ҡыҙҙарым кеүек булдығыҙ. Муавҡа́ кире ҡайтығыҙ. Унда яңынан кейәүгә сығырһығыҙ», — ти. Килендәре иһә: «Беҙ һине яратабыҙ, һине ҡалдырырға теләмәйбеҙ», — тип ҡаршы төшә. Әммә Нәғмиә́ уларҙы ҡайтырға ҡабат өгөтләй. Ахырҙа Өрпә́ ҡайтып китә, ә Руфь ҡала. Нәғмиә́ уға былай ти: «Өрпә́ үҙ халҡы янына һәм үҙ илаһтарына ҡайтып китте, һин дә уның менән бар һәм әсәйеңдең йортона ҡайт». Быға Руфь: «Мин һине ҡалдырмайым. Һинең халҡың — минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр», — тип яуап бирә. Һин нисек уйлайһың, шул саҡта Нәғмиә́ нимә хис иткән икән?

Руфь менән Нәғмиә́ Изра́илгә арпа урыу ваҡытына ҡайтып етә. Бер көндө Руфь Воо́з исемле кешенең баҫыуына ҡалған башаҡтарҙы йыйырға бара. Воо́з Рахавты́ң улы булған. Ул Руфты́ң муавлы́ булыуын һәм Нәғмиәгә́ тоғро ҡалыуын белгән. Шуға Воо́з үҙ хеҙмәтселәренә Руфь өсөн ерҙә күберәк башаҡ ҡалдырырға ҡуша.

Шул уҡ кисте Нәғмиә́ Руфта́н: «Һин бөгөн кемдең баҫыуында башаҡ йыйҙың?» — тип һорай. Руфь: «Воо́з баҫыуында», — тип яуаплай. Шунда Нәғмиә уға: «Воо́з — иремдең туғаны бит. Бынан һуң да хеҙмәтсе ҡыҙҙар менән уның баҫыуында йый. Унда һиңә бер кем дә теймәҫ», — тип аңлата.

Руфь Воо́з баҫыуына ураҡ бөткәнсегә тиклем йөрөгән. Воо́з Руфты́ң тырышып эшләгәнен һәм яҡшы ҡатын булыуын күргән. Ул ваҡыттарҙа ир кеше үлеп китһә, һәм уның улдары булмаһа, ғәҙәттә, тол ҡалған ҡатынға иренең туғаны өйләнгән. Шуға ла Воо́з Руфҡа́ өйләнгән. Уларҙың Ови́д исемле улдары тыуған. Йылдар үткәс Ови́д Дауы́т батшаның олатаһы булып киткән. Нәғмиәне́ң әхирәттәре уның өсөн бик шатланған. Улар былай тигән: «Башта Йәһүә һиңә Руфты́ бирҙе, ул һинең хаҡта ҡайғыртты. Ә хәҙер һинең ейәнең дә бар. Йәһүәгә дан!»

«Бер туғандандан да яҡыныраҡ дуҫ була» (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:24)