Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

34-СЕ ДӘРЕС

Гедеон мәдйәндәрҙе еңә

Гедеон мәдйәндәрҙе еңә

Ваҡыт үтеү менән изра́илдәр Йәһүәне тыңламайынса тағы ла ялған илаһтарға табына башлай. Ете йыл буйына мәдйәндә́р изра́илдәрҙең малдарын урлай һәм уңыштарын юҡҡа сығара. Мәдйәндәрҙә́н ҡасып, изра́илдәр мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙа йәшеренә. Улар Йәһүәнән ярҙам һорап үтенә. Шуға күрә Йәһүә Гедео́н исемле бер кешегә үҙ фәрештәһен ебәрә. Фәрештә Гедеонға́: «Йәһүә һине һайланы. Һин көслө һуғышсы буласаҡһың», — ти. Ә Гедео́н: «Нисек инде мин Изра́илде ҡотҡарайым ти? Мин бит ябай кеше генә», — тип яуап ҡайтара.

Йәһүә тап уны һайлағанын Гедео́н нисек белә алыр? Ул һарыҡ йөнө алып, ергә йәйә һәм Йәһүәгә былай ти: «Иртән йөн ысыҡтан һыуланһа, ә уның тирәһендәге ер ҡоро ҡалһа, һинең Изра́илде ҡотҡарыр өсөн мине һайлағаныңды белермен». Гедео́н иртәнсәк ҡараһа, йөн лыс һыу, ә ер ҡоп-ҡоро! Шунан һуң Гедео́н Йәһүәнән ҡабат һорарға була: «Иртәгә иртән йөн — ҡоро, ә уның тирәһендәге ер еүеш булһын». Иртәнсәк тап шулай була ла. Шунда Гедео́н Йәһүәнең уны һайлағанына тулыһынса инана. Ул мәдйәндәргә́ ҡаршы сығыр өсөн һуғышсылар йыя.

Йәһүә Гедеонға́ былай ти: «Мин изра́илдәргә еңеү бирәсәкмен. Әммә һуғышсыларың күп булғанға күрә, һеҙҙең, үҙ көсөбөҙ менән еңдек, тип уйлауығыҙ ихтимал. Шуның өсөн, кем ҡурҡа, өйөнә ҡайтып китһен». Шулай итеп 22000 һуғышсы ҡайтып китә, ә 10000 һуғышсы тороп ҡала. Әммә Йәһүә: «Һуғышсыларың һаман да күп. Уларҙы һыу буйына алып бар ҙа, һыу эсергә ҡуш, — ти. — Дошман килмәйме икәнен күрер өсөн, тирә-яғына ҡарана-ҡарана эскәндәрҙе генә ҡалдыр». Һыу эскән саҡта 300 һуғышсы ғына иғтибарлы икәнен күрһәтә. Шунда Йәһүә ошо 300 һуғышсы 135000 мәдйәнде́ еңәсәк, тип һүҙ бирә.

Шул төндө Йәһүә Гедеонға́: «Мәдйәндәргә́ һөжүм итергә ваҡыт!» — ти. Гедео́н һәр һуғышсыға мөгөҙ борғо һәм ҙур көршәк тоттора. Көршәктәр эсендә факелдар була. Ул һуғышсыларға былай ти: «Миңә ҡарағыҙ, һәм мин ни эшләһәм, һеҙ ҙә шуны эшләгеҙ». Гедео́н мөгөҙ борғо ҡысҡырта һәм үҙенең көршәген бәреп ватып, факелын юғары күтәрә лә: «Йәһүәнең һәм Гедеонды́ң ҡылысы!» — тип ҡысҡыра. Уның бөтә 300 һуғышсыһы шуны уҡ ҡабатлай. Мәдйәндә́р, ҡоттары осоп, төрлө яҡҡа ҡаса башлай, буталыш китә, һәм улар бер-береһен үлтерергә тотона. Шулай итеп Йәһүә был юлы ла изра́илдәргә дошмандарын еңергә ярҙам итә.

«Бының менән саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә» (2 Коринфтарға 4:7)