Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

35-СЕ ДӘРЕС

Һанна Алланан бала һорай

Һанна Алланан бала һорай

Изра́иль кешеһе Илка́наның Һа́нна һәм Фәнинә́ исемле ике ҡатыны булған. Һа́ннаны ул нығыраҡ яратҡан. Фәнинәне́ң балалары күп булған, ә Һа́ннаның балаһы булмаған, шуға күрә Фәнинә́ уны һәр ваҡыт кәмһеткән. Йыл һайын Илка́на ғаиләһе менән Аллаға табыныр өсөн, Шило́ ҡалаһына, изге сатырға, барып йөрөгән. Шулай бер саҡ, Шилоға́ килгәс, Илка́на ғәзиз ҡатыны Һа́ннаның бик ҡайғылы булыуын күргән. Ул уға: «Йә инде, Һа́нна, илама. Балаларың булмаһа ни, яныңда бит мин бар. Мин һине яратам», — тигән.

Һуңыраҡ Һа́нна яңғыҙы ғына ҡалып, Аллаға доға ҡылырға була. Ул Йәһүәнең ярҙам итеүен һорай, илай-илай үтенә һәм Аллаға бындай вәғәҙә бирә: «Йәһүә, әгәр миңә ир бала бирһәң, мин уны һиңә бирер инем. Һәм ул ғүмере буйы һиңә хеҙмәт итер ине».

Баш рухани И́лий Һа́ннаны күргәс, ул иҫерек, тип уйлай. Әммә Һа́нна уға: «Юҡ, хужам, мин иҫерек түгел. Мин ҡайғымды Йәһүәгә һөйләйем», — ти. И́лий, яңылышҡанын аңлап: «Алла һиңә һорағаныңды бирһен», — ти. Был һүҙҙәрҙән Һа́ннаның кәйефе бер аҙ күтәрелә, һәм ул ҡайтып китә. Бер йыл да үтмәй, ул малай таба һәм уны Самуи́л тип атай. Һа́ннаның быға ни тиклем шатланғанын күҙ алдыңа ғына килтер!

Һа́нна Йәһүәгә биргән вәғәҙәһен онотмай. Самуилды́ имсәктән айырғас та, уны изге сатырға алып килә. Ул И́лийға: «Был минең Алланан ялбарып һорап алған балам. Мин уны ғүмерлеккә Йәһүәгә бирәм», — ти. Илка́на менән Һа́нна йыл һайын Самуи́л янына килеп йөрөй, килгән һайын уға яңы еңһеҙ күлдәк алып килә. Һуңыраҡ Йәһүә Һа́ннаға тағы өс малай һәм ике ҡыҙ бирә.

«Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ — һәм табырһығыҙ» (Матфей 7:7)