Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

39-СЫ ДӘРЕС

Израилдең беренсе батшаһы

Израилдең беренсе батшаһы

Йәһүә, тәртип һаҡлар өсөн изра́илдәргә хөкөмсөләр билдәләгән, әммә улар Йәһүәнән батша һораған. Улар Самуилға́: «Тирә-яғыбыҙҙағы бөтә халыҡтарҙың да үҙ батшаһы бар. Беҙгә лә батша кәрәк», — тигән. Был дөрөҫ түгел икәнен Самуи́л аңлаған. Шуға күрә был турала Йәһүәгә доға ҡылған. Йәһүә былай тигән: «Был халыҡ һине түгел, ә мине кире ҡаға. Һин уларҙы былай тип киҫәт: „Батшағыҙ булыр, әммә ул һеҙҙән күп нимә талап итер“». Шулай ҙа халыҡ: «Итһә ни, беҙгә барыбер батша кәрәк!» — тип үҙһүҙләнгән.

Йәһүә Самуилға́, Шау́л исемле кеше беренсе батша буласаҡ, тигән. Шау́л Ра́ма ҡалаһына килгәс, Самуи́л уның башына май ағыҙып, уны батша итеп билдәләгән.

Батшаны күрһәтер өсөн, Самуи́л бөтә изра́илдәрҙе саҡыра. Әммә Шау́л юҡ була. Беләһеңме, ни өсөн? Ул йәшенгән. Һуңыраҡ, уны табып, халыҡ алдына баҫтырғас, изра́илдәр Шаулды́ң буйға иң оҙон һәм бик сибәр кеше икәнен күрә. Самуи́л былай ти: «Күрәһегеҙме, Йәһүә бына кемде һайлаған!» Халыҡ: «Батшабыҙ мәңге йәшәһен!» — тип, тантаналы ҡысҡыра.

Баштараҡ Шау́л Самуилды́ тыңлай һәм Йәһүәгә буйһона. Әммә һуңыраҡ ул үҙгәрә. Мәҫәлән, Шау́л ҡорбан килтерергә тейеш булмаған. Уға Йәһүәнең пәйғәмбәрен — Самуилды́ көтөргә кәрәк булған. Ә Самуи́л оҙаҡ килмәгән. Шуға Шау́л үҙе ҡорбан килтерергә булған. Самуи́л, килгәс, нимә тигән? Ул: «Нишләп һуң һин Йәһүәне тыңламаның?» — тип һораған. Шау́л үҙ хатаһынан нимәгәлер өйрәнгәнме?

Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Шау́л амалектарға́ ҡаршы һуғышҡа сыҡҡанда, Самуи́л уға бер кемде лә тере ҡалдырмаҫҡа ҡуша. Әммә Шау́л Аға́ҡ батшаны үлтермәҫкә була. Йәһүә Самуилға́: «Шау́л мине ҡалдырҙы һәм мине тыңламай», — ти. Самуи́л, ҡайғырып, Шаулға́: «Һин Йәһүәгә инде буйһонмайһың, шуға күрә Йәһүә бүтән батша һайлаясаҡ», — ти. Самуи́л китергә йыйынғанда, Шау́л уны күлдәк итәгенән эләктереп ала. Күлдәк йыртылып китә. Самуи́л иһә Шаулға́: «Тап бына ошолай Йәһүә һинән батшалыҡты тартып аласаҡ», — ти. Йәһүә батшалыҡты уны яратҡан һәм уны тыңлаған кешегә бирергә була.

«Тыңлаусанлыҡ ҡорбандарҙан... яҡшыраҡ» (1 Самуил 15:22)