Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

40-СЫ ДӘРЕС

Дауыт һәм Ғәлиәф

Дауыт һәм Ғәлиәф

Йәһүә Самуилға́ былай ти: «Иессе́й өйөнә бар. Уның улдарының береһе Изра́илдең яңы батшаһы буласаҡ». Самуи́л Иессе́й янына килә. Иессейҙы́ң оло улын күреп, ул: «Моғайын, буласаҡ батша ошо егеттер», — тип уйлай. Әммә Йәһүә Самуилға́, ул түгел, ти һәм былай тип асыҡлай: «Мин тышҡы яҡтан күренгәнде генә түгел, кешенең йөрәгендә ни барын күрәм».

Иессе́й Самуилға́ бер-бер артлы тағы алты улын күрһәтә. Самуи́л иһә былай ти: «Йәһүә уларҙың береһен дә һайламаны. Һинең тағы улдарың бармы?» Иессе́й: «Эйе, тағы төпсөк малайым, Дауы́т, бар, — тип яуаплай. — Ул һарыҡ көтә». Дауы́т ҡайтҡас, Йәһүә Самуилға́: «Бына ул, буласаҡ батша!» — ти. Самуи́л Дауытты́ң башына май ағыҙа һәм уны Изра́илдең яңы батшаһы итеп билдәләй.

Күпмелер ваҡыттан изра́илдәр һәм пелештиҙә́р араһында яңынан һуғыш башлана. Пелештиҙә́р яғында Ғәлиә́ф исемле әзмәүер һуғыша. Көн һайын Ғәлиә́ф изра́илдәрҙе мыҫҡыллап: «Берәйегеҙ сыҡһын минең менән һуғышырға. Ул еңһә, беҙ һеҙгә ҡол булырбыҙ. Мин еңһәм, һеҙ беҙгә ҡол булырһығыҙ», — тип ҡысҡыра.

Дауытты́ң ағалары ла һуғышсы була. Бер көн Дауы́т, улар өсөн ризыҡ алып, Изра́иль ғәскәре лагерына килә. Ул Ғәлиәфте́ң һүҙҙәрен ишетә лә: «Уға ҡаршы мин сығам!» — ти. «Һин бит әле бик йәшһең», — тип ҡаршы төшә Шау́л батша. «Йәһүә миңә ярҙам итәсәк», — ти Дауы́т.

Шау́л Дауытҡа́ үҙенең хәрби кейемен һәм ҡоралдарын бирә, әммә Дауы́т: «Быларҙы кейһәм, мин һуғыша алмаҫмын ул», — ти. Дауы́т үҙенең таш атыу ҡоралын алып, йылға буйына бара. Унда биш шыма таш һайлап ала ла сумкаһына һала. Шунан Дауы́т Ғәлиәфкә́ таба йүгерә. Әзмәүер былай тип ҡысҡыра: «Әйҙә, кил бында, малаҡай. Мин һине күктәге ҡоштарға һәм йыртҡыс хайуандарға ашатам». Ләкин Дауы́т ҡурҡмай. Ул былай тип яуаплай: «Һин миңә ҡаршы ҡылыс һәм һөңгө менән киләһең, ә мин һиңә ҡаршы Йәһүә исеме менән сығам. Һин беҙгә ҡаршы түгел, ә Аллаға ҡаршы һуғышаһың. Бөгөн бөтәһе лә Йәһүә ҡылыс һәм һөңгөнән күпкә көслөрәк икәнен күрәсәк. Ул бөтөнөгөҙҙө лә беҙҙең ҡулға тапшырасаҡ».

Дауы́т таш атҡысҡа бер таш һала ла уны бар көсөнә атып ебәрә. Йәһүәнең ярҙамы менән таш Ғәлиәфте́ң маңлайына эләгә. Әзмәүер үлеп ергә йығыла. Пелештиҙә́р төрлөһө төрлө яҡҡа ҡасып бөтә. Ә һин, Дауы́т кеүек, Йәһүәгә таянаһыңмы?

«Кешеләргә был мөмкин түгел, ә Аллаға мөмкин. Аллаға бөтә нәмә лә мөмкин» (Марк 10:27)