Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

41-СЕ ДӘРЕС

Дауыт һәм Шаул

Дауыт һәм Шаул

Дауы́т Ғәлиәфте́ үлтергәндән һуң Шау́л уны үҙ ғәскәренең башлығы итеп ҡуйған. Дауы́т күп һуғыштарҙа еңгән һәм күренекле булып киткән. Ул һуғыштан еңеп ҡайтҡан һайын, ҡатын-ҡыҙҙар: «Шау́л меңдәрҙе, ә Дауы́т тиҫтәләгән меңдәрҙе еңгән!» — тип, йырлап-бейеп ҡаршы ала торған булған. Шау́л Дауытта́н көнләшә башлаған һәм уны үлтерергә булған.

Дауы́т арфала бик оҫта уйнаған. Шулай бер ваҡыт Шау́л өсөн арфала уйнап ултырғанда, батша уға һөңгө бәргән. Дауы́т саҡ ситкә янтайып өлгөргән, һөңгө стенаға килеп ҡаҙалған. Шунан һуң да Шау́л тағы күп тапҡырҙар Дауытты́ үлтерергә маташҡан. Ахырҙа Дауы́т сүлгә ҡасҡан һәм шунда йәшенеп йөрөгән.

Шау́л 3000 һуғышсыһын алып, Дауытты́ эҙләп китә. Бер ваҡыт ул Дауы́т үҙенең кешеләре менән йәшенеп ултырған мәмерйәгә килеп инә. Һуғышсылары Дауытҡа́: «Һиңә Шаулды́ үлтерер өсөн был иң яҡшы мөмкинлек бит!» — тип бышылдай. Дауы́т ипләп кенә Шау́л янына килә лә уның батша кейеменең аҫҡы өлөшөн киҫеп ала. Шау́л бер ни ҙә һиҙмәй. Әммә һуңынан Дауы́т, Йәһүәнең майланған батшаһына ҡарата ихтирамһыҙлыҡ күрһәткәне өсөн, үкенә башлай. Ул һуғышсыларын Шаулға́ һөжүм итеүҙән тыя. Улай ғына ла түгел, Шау́л мәмерйәнән сығып киткәс, Дауы́т уның артынан: «Күрҙеңме, һине үлтерергә мөмкинлегем булһа ла, мин һиңә теймәнем!» — тип ҡысҡыра. Был хәлдән һуң Шау́л Дауы́т хаҡындағы ҡарашын үҙгәртерме?

Юҡ. Шау́л Дауытты́ һаман эҙләй. Бер төндө Дауы́т үҙенең апаһының улы Абиша́й менән шым ғына Шау́л лагерына үтеп инә. Бөтәһе лә, хатта Шаулды́ң тән һаҡсыһы Абини́р ҙа, йоҡлап ята. Абиша́й Дауытҡа́: «Ҡалай шәп мөмкинлек! Әйҙә, мин уны үлтерәм», — ти. Дауы́т уға: «Йәһүә үҙе Шаулды́ язаға тартасаҡ. Һөңгөһөн һәм һыу көршәген ал да, китәйек бынан», — ти.

Шунан Дауы́т тауға менә. Юғарынан Шаулды́ң лагеры күренеп тора. Дауы́т былай тип ҡысҡыра: «Абини́р, ниңә батшаңды һаҡламайһың? Хужаңдың һөңгөһө һәм һыу көршәге ҡайҙа?» Дауытты́ң тауышын ишетеп, Шау́л: «Һин мине үлтерә ала инең, әммә үлтермәнең, — ти. — Мин беләм, һин Изра́илдең киләһе батшаһы буласаҡһың». Шау́л батша һарайына ҡайтып китә. Әммә Шау́л ғаиләһендә Дауытты́ нәфрәт итмәгән кешеләр ҙә булған.

«Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ. Ҡәҙерлеләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ» (Римдарға 12:18, 19)