Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

43-СӨ ДӘРЕС

Дауыт батшаның гонаһы

Дауыт батшаның гонаһы

Шау́л үлгәс, Дауы́т батша булып китә. Уға 30 йәш була. Уның идара итә башлауына күпмелер ваҡыт үтә. Шулай бер төндө Дауы́т батша һарайының яҫы түбәһенән аҫҡа ҡарап, бер матур ҡатынды күреп ҡала. Уның исеме Битсәбиә́, ул У́рия исемле һуғышсының ҡатыны була. Дауы́т Битсәбиәне́ һарайына саҡырта. Улар яҡынлыҡ ҡыла, һәм ҡатын ауырға ҡала. Дауы́т үҙ гонаһын йәшерергә тырыша. Ул ғәскәр башлығына У́рияны һуғышта иң алға ҡуйырға һәм бер үҙен генә ҡалдырырға ҡуша. Шул арҡала У́рия һуғышта һәләк була, ә Дауы́т Битсәбиәгә́ өйләнә.

Әммә Йәһүә Дауытты́ң был насар эштәрен күрә һәм уға Ната́н пәйғәмбәрҙе ебәрә. Ната́н уға бындай хикәйә һөйләй: «Бер байҙың бик күп һарығы була, ә ярлының иһә бер бөртөк кенә бик яратҡан бәләкәс бәрәсе була. Шуға ҡарамаҫтан, бай ярлының шул берҙән-бер бәрәсен тартып ала». Быны ишеткәс, Дауы́т ярһып китә һәм: «Ул бай үлемгә лайыҡ!» — тип ҡысҡырып ебәрә. Шунда Ната́н уға: «Шул бай — һин ул!» — ти. Был һүҙҙәр Дауытты́ң йөрәгенә у́ҡ булып ҡаҙала. Ул: «Мин Йәһүә алдында гонаһ ҡылдым», — тип үҙ хатаһын таный. Шул гонаһы арҡаһында Дауы́т һәм уның ғаиләһе күп бәлә-ҡазалар һәм бәхетһеҙлек күрә. Йәһүә Дауытты́ язаға тарта, әммә уны иҫән ҡалдыра, сөнки Дауы́т баҫалҡы була һәм үҙ ғәйебен таный.

Дауы́т Йәһүәгә ғибәҙәтхана төҙөргә теләй, әммә Йәһүә, ғибәҙәтхананы һин түгел, ә улың Сөләймә́н төҙөйәсәк, ти. Дауы́т Сөләймәнгә́ ярҙам итер өсөн, кәрәкле төҙөлөш материалдары йыя башлай. Ул былай ти: «Йәһүәнең ғибәҙәтханаһы бик ҙур һәм иҫ киткес матур булырға тейеш. Ә Сөләймә́н әле йәш, уға ярҙам итергә кәрәк». Төҙөлөш өсөн Дауы́т күп аҡса бирә, оҫта ҡуллы кешеләр таба. Күп итеп алтын, көмөш йыя, Тир һәм Сидонда́н кедр бүрәнәләр килтертә. Ғүмеренең ахырында Дауы́т Сөләймәнгә́ ғибәҙәтхананың һыҙымын бирә. Ул былай ти: «Йәһүә миңә һинең өсөн ошо күрһәтмәләрҙе яҙырға ҡушты. Йәһүә һиңә ярҙам итәсәк. Ҡурҡма. Ныҡ бул һәм эшкә тотон».

«Гонаһтарын йәшереүсе уңышлы булмаҫ, әммә гонаһтарын танып, уларҙы ҡалдырған кешегә шәфҡәт күрһәтелер» (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:13)