Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

45-СЕ ДӘРЕС

Батшалыҡ бүленә

Батшалыҡ бүленә

Сөләймә́н Йәһүәне тыңлаған саҡта Изра́илдә тыныслыҡ булған. Әммә Сөләймә́н боттарға табыныусы халыҡтарҙан булған күп ҡатын-ҡыҙҙарға өйләнгән. Шул арҡала Сөләймә́н үҙгәргән һәм үҙе лә боттарға табына башлаған. Йәһүә быға бик асыуланған. Ул Сөләймәнгә́ былай тигән: «Изра́иль һинән тартып алынасаҡ һәм икегә бүленәсәк. Ҙур өлөшөн — хеҙмәтсеңә, ә бәләкәй өлөшөн тоҡомдарыңа бирәсәкмен».

Йәһүә үҙ ҡарарын ап-асыҡ итеп күрһәтергә була. Сөләймәнде́ң хеҙмәтсеһе Йәрәбәмгә́ юлда А́хия пәйғәмбәр осрай. Ул үҙенең өҫ кейемен сисеп, уны 12 өлөшкә йырта ла, былай ти: «Йәһүә батшалыҡты Сөләймә́н ғаиләһенән тартып аласаҡ та икегә бүләсәк. Ошо ун өлөштө ал, сөнки һин ун ҡәбилә өҫтөнән батша буласаҡһың». Сөләймә́н батша, был турала ишетеп, Йәрәбәмде́ үлтерергә була! Йәрәбә́м иһә Мысырға́ ҡаса. Сөләймә́н үлгәс, уның урынына улы Ровоа́м идара итә башлай. Шунда Йәрәбә́м, ҡурҡыныс инде үтте, тип уйлай һәм Изра́илгә ҡайтырға була.

Изра́иль өлкәндәре Ровоамға́: «Халыҡ менән үҙеңде игелекле тотһаң, ул һиңә тоғро буласаҡ», — ти. Әммә уның йәш иптәштәре: «Ҡаты бул, халыҡты йәлләмә! Уларҙы тағы ла күберәк эшләт!» — тип, кәңәш бирә. Ровоа́м йәштәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һала. Ул халыҡ менән ҡаты эш итә, шуға күрә ун ҡәбилә уға ҡаршы сыға. Улар үҙ өҫтөнән Йәрәбәмде́ батша итеп ҡуя. Был ун ҡәбилә Изра́иль батшалығы тип атала башлай. Ике ҡәбилә генә Ровоамға́ тоғро ҡала, һәм Йәһүҙә́ батшалығы тип йөрөтөлә башлай. Шулай итеп, 12 ҡәбилә ике батшалыҡҡа бүленә.

Йәрәбә́м үҙ халҡының ғибәҙәт ҡылыр өсөн Иерусалимға йөрөүен теләмәй. Беләһеңме, ни өсөн? Йәрәбә́м, улар Ровоа́м яғына күсер, тип ҡурҡа. Шуға ла ике алтын быҙау яһата. Ул халыҡҡа: «Иерусалим бик йыраҡ. Аллаға бында табынығыҙ», — тип әйтә. Халыҡ алтын быҙауҙарға табына башлай һәм Йәһүәне онота.

«Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? ...Йәки иманлылар менән иманһыҙҙар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?» (2 Коринфтарға 6:14, 15)