Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

46-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә — хаҡ Алла

Йәһүә — хаҡ Алла

Ун ҡәбиләле Изра́иль батшалығы менән күп яуыз батшалар идара иткән. Иң насарҙарының береһе Аха́б булған. Ул Изәбә́л исемле бик яуыз ҡатынға өйләнгән. Изәбә́л ялған илаһҡа, Ваалға́, табынған. Аха́б менән Изәбә́л арҡаһында күп изра́илдәр Ваалға́ табына башлаған. Батша һәм уның ҡатыны Алла пәйғәмбәрҙәрен үлтергән. Йәһүә быны күргәнме? Ул Аха́б янына Илья́с пәйғәмбәрҙе ебәргән.

Илья́с Ахабҡа́, һинең яуыз эштәрең арҡаһында Изра́илдә ямғыр яумаясаҡ, ти. Ер өс йылдан ашыу уңыш бирмәй, һәм кешеләр аслыҡтан интегә. Ваҡыт үткәс, Йәһүә яңынан Ильясты́ Аха́б янына ебәрә. Батша уға: «Бөтәһе лә һинең арҡаңда! Ғазаптарыбыҙҙа һин ғәйепле!» — ти. Илья́с иһә уға: «Был ҡоролоҡ минең арҡала түгел. Ул һинең арҡала башланды, һин бит Ваалға́ табынаһың. Әйҙә, хаҡ Алла кем икәнен белер өсөн, һынау үткәрәйек. Халыҡты һәм Ваа́л пәйғәмбәрҙәрен Карми́л тауы башына йый», — тип яуап бирә.

Халыҡ тау башына йыйыла. Илья́с былай ти: «Үҙегеҙ һайлағыҙ: әгәр Йәһүә хаҡ Алла икән — уға эйәрегеҙ, Ваа́л хаҡ икән — уға эйәрегеҙ. Бына нимә эшләйек. Ваалды́ң 450 пәйғәмбәре ҡорбан әҙерләп, Ваалға́ килтерһен, ә мин ҡорбанымды Йәһүәгә килтерермен. Кем ут менән яуап ҡайтара — шул хаҡ Алла». Халыҡ ризалаша.

Ваа́л пәйғәмбәрҙәре ҡорбан әҙерләй. Улар көнө буйы үҙ илаһына: «Эй Ваа́л, яуап бирсе!» — тип ялбара. Ваа́л яуап ҡайтармағас, Илья́с уны мыҫҡыллай башлай. Ул: «Бөтә көскә ҡысҡырығыҙ. Бәлки, ул йоҡлайҙыр, уны уятырға кәрәктер?» — тип көлә. Кис етә, ә улар һаман Ваалды́ саҡыра. Әммә яуап юҡ.

Илья́с иһә ҡорбанын ҡорбан килтереү урынына һалып, уның өҫтөнә һыу һибә. Шунан: «Эй Йәһүә, кешеләр һинең хаҡ Алла икәнеңде белһен ине», — тип доға ҡыла. Шунда уҡ Йәһүә күктән ут төшөрөп, ҡорбанды яндыра. Кешеләр: «Йәһүә — хаҡ Алла!» — тип ҡысҡыра. Илья́с: «Ваа́л пәйғәмбәрҙәренә ҡасырға бирмәгеҙ!» — тип ҡуша. Шул көндө Ваалды́ң 450 пәйғәмбәре үлтерелә.

Дингеҙ өҫтөндә бәләкәй генә болот күренгәс, Илья́с Ахабҡа́: «Көслө дауыл яҡынлаша. Арбаңа ултыр ҙа өйөңә ҡайта һал», — ти. Күк йөҙө ҡарая, ел сыға, һәм көслө ямғыр яуа башлай. Ниһайәт, ҡоролоҡ тамамлана. Аха́б бөтә көсөнә арбала елдерә. Йәһүә ярҙамы менән Илья́с шул тиклем шәп йүгерә, хатта арбаны уҙып, уның алдында йүгерә! Шуның менән Ильясты́ң ауырлыҡтары тамамланамы? Әйҙә, беләйек.

«Кешеләр һинең исемең Йәһүә икәнлеген, һинең бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә икәнлегеңде белһен ине» (Зәбур 83:18)