Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

47-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә Ильясҡа көс өҫтәй

Йәһүә Ильясҡа көс өҫтәй

Изәбә́л Ваа́л пәйғәмбәрҙәре менән ни булғанын ишеткәс, ныҡ ярһый. Ул Ильясҡа́: «Иртәгә Ваа́л пәйғәмбәрҙәре кеүек һин дә үләсәкһең», — тигән хәбәр ебәрә. Илья́с ҡурҡып, сүлгә ҡаса. Ул: «Йәһүә, түҙер хәлем ҡалманы. Миңә ошонда үлергә рөхсәт итсе», — тип доға ҡыла. Йонсоп, ул ағас төбөндә йоҡлап китә.

Бер фәрештә уны уята һәм йомшаҡ ҡына: «Тор, ашап ал», — ти. Илья́с уяна. Ул һыу көршәге һәм ҡыҙған таштар өҫтөндә ятҡан көлсә күрә. Ашап-эсеп алғас, ул тағы йоҡлап китә. Бер аҙҙан фәрештә уны тағы уята һәм: «Ашап ал. Юлда көс кәрәк булыр», — ти. Илья́с тағы ашап ала. Шунан, 40 көн һәм 40 төн атлағандан һуң, ул Хоре́б тауына килеп етә. Ял итер өсөн, ул мәмерйәгә инә. Шунда Йәһүә унан һорай: «Илья́с, һин бында нимә эшләйһең?» Илья́с былай тип яуаплай: «Изра́илдәр һиңә биргән вәғәҙәләрен боҙҙо. Улар ҡорбан килтереү урындарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе. Хәҙер улар мине лә үлтерергә уйлай».

Йәһүә Ильясҡа́ былай ти: «Сыҡ та минең алдыма баҫ». Башта көслө ел күтәрелә. Шунан ер тетрәй, ут сыға. Уттан һуң Илья́с тыныс, йомшаҡ тауыш ишетә. Ул битен кейеме менән ҡаплай һәм мәмерйәнән сыға. Йәһүә унан: «Һин ни өсөн ҡастың?» — тип һорай. Илья́с: «Мин бер үҙем генә ҡалдым», — тип яуап бирә. Әммә Йәһүә: «Һин бер үҙең түгел. Изра́илдә тағы 7000 кеше миңә хеҙмәт итә. Кире ҡайт та Елисейҙы́ үҙ урыныңа пәйғәмбәр итеп билдәлә», — ти. Был йөкләмәне үтәр өсөн, Илья́с шунда уҡ юлға сыға. Нисек уйлайһың, Йәһүә һиңә лә берәй йөкләмә бирһә, уны үтәргә ярҙам итәсәкме? Эйе, шик тә юҡ. Әйҙә, ҡоролоҡ ваҡытында булған бер ҡыҙыҡлы осраҡ тураһында беләйек.

«Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ» (Филиптарға 4:6)