Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

49-СЫ ДӘРЕС

Йәһүә яуыз батшабикәне язаға тарттыра

Йәһүә яуыз батшабикәне язаға тарттыра

Аха́б батша Йәзрәи́л ҡалаһында йәшәгән. Ул үҙ һарайының тәҙрәһенән Нәбүтә́й исемле кешенең йөҙөм баҡсаһын күреп ҡалған. Ахабҡа́ был йөҙөм баҡсаһы бик оҡшаған, һәм ул шул баҡсаны Нәбүтәйҙә́н һатып алырға булған. Әммә Нәбүтә́й баҡсаны һатмаған, сөнки был ерҙе ул мираҫ итеп алған. Ә Йәһүә ҡануны буйынса мираҫҡа ҡалған ерҙе һатырға ярамаған. Нәбүтәйҙе́ маҡтар урынға, Аха́б уға бик асыулана. Ул үҙенең бүлмәһенә бикләнә лә, ашарға ла сыҡмай ултыра.

Ахабты́ң ҡатыны — Изәбә́л — бик яуыз батшабикә була. Ул уға: «Һин бит Изра́илдең батшаһы, нимә теләйһең, шуны эшлә. Мин һиңә был ерҙе алып бирәм», — ти. Изәбә́л ҡала өлкәндәренә былай тип яҙа: «Нәбүтә́й Алланы ҡәһәрләй, тип, уны ғәйепләгеҙ һәм таш менән бәргесләп үлтерегеҙ». Өлкәндәр шулай итә лә. Бынан һуң Изәбә́л Ахабҡа́: «Нәбүтә́й үлде. Хәҙер инде йөҙөм баҡсаһы — һинеке», — ти.

Нәбүтә́й Изәбә́л ҡулынан һәләк булған берҙән-бер кеше түгел. Был яуыз батшабикә күп яҡшы кешеләрҙе үлтерә. Ул ялған илаһтарға табына һәм башҡа боҙоҡ эштәр ҡыла. Йәһүә быларҙың барыһын да күрә һәм уны язаға тарттырырға була.

Аха́б үлгәс, уның улы Иора́м идара итә башлай. Йәһүә Яхыйға́ Изәбәлде́ һәм уның ғаиләһен язаға тартырға ҡуша.

Яхы́й арбаһын егеп, был яуыз батшабикә йәшәгән Йәзрәи́л еренә китә. Иора́м Яхыйҙы́ң ҡаршыһына сығып: «Именлек теләп киләһеңме?» — тип һорай. Яхы́й: «Әсәйең Изәбә́л боҙоҡ эштәр ҡылғанда ниндәй именлек булһын инде?» — тип яуап бирә. Иора́м шунда уҡ арбаһын кире бороп, ҡасырға йыйына. Әммә Яхы́й уны у́ҡ атып үлтерә.

Шунан һуң Яхы́й Изәбә́л һарайына йүнәлә. Изәбә́л был турала ишетеп ҡала. Ул биҙәнә, сәсен матурлай һәм өҫтәге тәҙрәнән ҡарап, Яхыйҙы́ көтә башлай. Яхы́й килеп еткәс, ул уны мыҫҡыллап ҡаршы ала. Яхы́й Изәбә́л янында торған батшабикәнең хеҙмәтселәренә: «Уны тәҙрәнән ырғытығыҙ!» — тип ҡысҡыра. Улар Изәбәлде́ тәҙрә аша тышҡа ырғыта, һәм ул үлә.

Бынан һуң Яхы́й Ахабты́ң 70 улын үлтерә. Шулай уҡ ул Изра́илде ялған илаһҡа — Ваалға́ — табыныуҙан таҙарта. Эйе, Йәһүә барыһын да күрә һәм боҙоҡ эштәр ҡылғандарҙы үҙ ваҡытында, һис шикһеҙ, язаға тарттырасаҡ.

«Ҡомһоҙлоҡ менән алынған мираҫ ахырҙа фатиха килтермәҫ» (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:21)