Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

50-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә Иосафатты яҡлай

Йәһүә Иосафатты яҡлай

Йәһүҙә́ батшаһы Иосафа́т үҙенең батшалығында Ваалды́ң бөтә ҡорбан килтереү урындарын һәм бөтә ялған илаһтарҙы юҡ иткән. Ул халыҡтың Йәһүә ҡанундарын белеүен теләгән. Шуға күрә ул кенәздәргә һәм левиттарға́ Йәһүҙәне́ң бөтә ҡалалары буйлап йөрөргә һәм кешеләрҙе Алла закондарына өйрәтергә ҡушҡан.

Күрше халыҡтар Йәһүҙә́ батшалығына һөжүм итергә ҡурҡҡан, сөнки уны Йәһүә үҙе яҡлағанын белгән. Улар хатта Иосафа́т батшаға бүләктәр ебәргән. Әммә бер ваҡыт муавта́р, аммонда́р һәм Сеи́р ерендә йәшәүселәр Йәһүҙәгә́ һөжүм итергә булған. Иосафа́т Йәһүәнең ярҙамы кәрәклеген аңлаған. Ул Иерусалимға бөтә ирҙәрҙе, ҡатындарҙы һәм балаларҙы саҡырып, улар алдында доға ҡыла башлаған: «Йәһүә, беҙ уларҙы һинһеҙ еңә алмайбыҙ. Беҙгә нимә эшләргә, зинһар, әйтсе».

Йәһүә Иосафатты́ң доғаһына былай тип яуап бирә: «Ҡурҡмағыҙ. Мин һеҙгә ярҙам итәсәкмен. Баҫығыҙ ҙа үҙ урындарығыҙҙа тик тороғоҙ һәм һеҙҙе нисек ҡотҡарғанымды күрерһегеҙ». Йәһүә уларҙы нисек ҡотҡарған?

Иртәнсәк Иосафа́т, ғәскәрен йыйып, Тиҡуа́ тип аталған ергә, буласаҡ һуғыш яланына йүнәлә. Ғәскәр алдына ул йырсыларҙы ҡуя.

Йырсылар, Йәһүәне данлап, көслө тауыш менән ҡыуанып йырлағанда, Йәһүә үҙ халҡы өсөн көрәшә. Ул муавта́р һәм аммонда́р араһында ғауға күтәрә, һәм улар бер-береһен үлтерә башлай. Уларҙың береһе лә ҡотола алмай. Әммә Йәһүә Йәһүҙә́ халҡын, һуғышсыларҙы һәм руханиҙарҙы яҡлай. Был турала бөтә күрше халыҡтар ишетә һәм улар Йәһүә үҙ халҡын яҡлай икәнен аңлай. Ә бөгөн Йәһүә үҙ халҡын нисек яҡлай? Төрлөсә яҡлай, һәм бының өсөн уға кешеләрҙең ярҙамы кәрәкмәй.

«Һеҙгә был һуғышта ҡатнашырға тура килмәҫ. Шунда баҫығыҙ ҙа үҙ урындарығыҙҙа тик тороғоҙ һәм Йәһүәнең үҙегеҙҙе нисек ҡотҡарыуын ҡарап тороғоҙ» (2 Йылъяҙма 20:17)