Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

53-СӨ ДӘРЕС

Йодайҙың батырлығы

Йодайҙың батырлығы

Изәбәлде́ң үҙе кеүек үк яуыз Аталия́ исемле ҡыҙы була. Аталияны́ң ире — Йәһүҙә́ батшаһы була. Ире үлгәс, уларҙың улы идара итә, әммә улы ла үлгәс, Аталия́ үҙе Йәһүҙәлә́ идара итә башлай. Батшалыҡты үҙенән бер кем дә тартып алмаһын өсөн, Аталия́ тәхеткә хоҡуғы булған һәр кемде, хатта ейәндәрен дә үлтереп бөтөрөргә тырыша. Барыһы ла унан бик ҡурҡа.

Йода́й исемле баш рухани һәм уның ҡатыны Йәһәшәбә́ Аталияны́ң насар эштәр ҡылғанын белә. Улар, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Аталияны́ң Йәһүә́ш исемле бер ейәнен сабый саҡтан йәшереп алып ҡала һәм ғибәҙәтханала тәрбиәләй.

Йәһүәшкә́ ете йәш тулғас, Йода́й ғәскәр башлыҡтарын, левиттарҙы́ йыя һәм былай ти: «Ғибәҙәтхананың ҡапҡаларын һаҡлағыҙ, бер кемде лә индермәгеҙ». Шунан Йода́й Йәһүәште́ң башына таж кейҙерә һәм уны батша итә. Йәһүҙә́ халҡы: «Батша мәңге йәшәһен!» — тип ҡысҡыра башлай.

Аталия́ батшабикә халыҡтың ҡысҡырғанын ишетеп, ғибәҙәтханаға йүгерә. Яңы батшаны күргәс, ул: «Хыянат! Хыянат!» — тип ҡысҡыра башлай. Ғәскәр башлыҡтары яуыз батшабикәне тотоп ала һәм үлтерә. Әммә халыҡҡа батшабикә өйрәткән яуыз эштәрҙән ҡотолорға нисек ярҙам итергә?

Йода́й халыҡҡа Йәһүә менән килешеү төҙөргә ярҙам итә. Бөтә кеше лә тик Йәһүәгә генә хеҙмәт итергә вәғәҙә бирә. Йода́й уларға Ваалды́ң йортон емерергә һәм бөтә боттарҙы ла ватып ташларға ҡуша. Халыҡ яңынан Алла йортонда Йәһүәгә ғибәҙәт ҡыла алһын өсөн, Йода́й ундағы хеҙмәткә руханиҙар һәм левитта́р билдәләй. Йәһүә күҙендә саф булмаған кешеләр ғибәҙәтханаға инмәһен өсөн, ул шулай уҡ ҡапҡалар янына һаҡсылар ҡуя. Шунан һуң Йода́й һәм ғәскәр башлыҡтары Йәһүәште́ батша һарайына алып килеп тәхеткә ултырта. Барыһы ла бик шатлана, сөнки улар инде хәҙер Йәһүәгә ғибәҙәт ҡыла ала. Яуыз Аталияна́н һәм Ваалға́ табыныуҙан улар инде ҡотолған. Күреүебеҙсә, Йодайҙы́ң батырлығы арҡаһында халыҡ яңынан Йәһүәгә ҡайта алған.

«Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!» (Матфей 10:28)