Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

57-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә Иремияны вәғәзләргә ебәрә

Йәһүә Иремияны вәғәзләргә ебәрә

Йәһүә Иреми́яны пәйғәмбәр итеп билдәләгән. Ул Йәһүҙә́ халҡына вәғәзләргә, насар юлдарығыҙҙы ҡалдырығыҙ, тип уларҙы өндәргә тейеш булған. Әммә Иреми́я былай тип доға ҡылған: «Йәһүә, мин әле бик йәш. Халыҡҡа һөйләй ҙә белмәйем». Йәһүә иһә уға: «Ҡурҡма! Мин һиңә нимә һөйләргә икәнен әйтермен, ярҙам итермен», — тигән.

Иреми́я, Йәһүә ҡушҡанса, ҡала өлкәндәрен йыя ла улар алдында балсыҡ көршәкте вата. Ул: «Тап бына ошолай Иерусалим селпәрәмә киләсәк», — ти. Иреми́я Йәһүә әйткәнсә эш иткәс, өлкәндәрҙең асыуы килә. Фәшху́р исемле рухани Иреми́яға һуғып ебәрә һәм уны ағас бығауға ултырта. Иреми́я төнө буйы ҡыбырлай ҙа алмай. Иртәнсәк Фәшху́р уны иреккә сығара. Иреми́я Йәһүәгә: «Мин бүтән түҙә алмайым. Башҡаса вәғәзләмәйем», — ти. Ул ысынлап та бирешерме? Юҡ. Был турала тағы бер аҙ уйланып, ул: «Йәһүәнең хәбәре эсемдә янған ут шикелле. Мин вәғәзләүҙән туҡтай алмайым», — ти. Шулай итеп, Иреми́я кешеләрҙе киҫәтеүен дауам итә.

Йылдар үтә, һәм Йәһүҙәлә́ яңы батша идара итә башлай. Руханиҙар һәм ялған пәйғәмбәрҙәр Иреми́я һөйләгән хәбәрҙе тыңларға теләмәй. Улар кенәздәргә: «Был кешене үлтерергә кәрәк», — ти. «Мине үлтерергә сәбәп юҡ, мин ғәйепһеҙ кеше. Мин үҙ һүҙемде түгел, ә Йәһүә һүҙен һөйләйем», — ти Иреми́я. Кенәздәр быны ишетеп: «Был кешене үлтерергә ярамай», — ти.

Иреми́я вәғәзләүен дауам итә, ләкин был юлы инде кенәздәр уға асыулана. Улар батшанан Иреми́яны үлтерергә рөхсәт һорай. Батша уларға, Иреми́я менән ни теләһәгеҙ, шуны эшләгеҙ, ти. Улар Иреми́яны тотоп ала ла, батып үлһен тип, батҡаҡ тулы соҡорға ырғыта. Иреми́я бата башлай.

Шунда Әбәдмәли́к исемле түрә батшаға килеп былай ти: «Кенәздәр Иреми́яны соҡорға ташлаған! Ярҙам итмәһәк, ул үләсәк». Батша Әбәдмәликкә́ 30 кешене алып, Иреми́яны соҡорҙан сығарырға ҡуша. Әйҙә, Иреми́я кеүек, бер нимәгә ҡарамаҫтан вәғәзләүҙән туҡтамайыҡ.

«Минең арҡала барыһы ла һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор» (Матфей 10:22)