Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

58-СЕ ДӘРЕС

Иерусалимдың емерелеүе

Иерусалимдың емерелеүе

Йәһүҙә́ халҡы инде күп тапҡырҙар Йәһүәне ҡалдырып, ялған илаһтарға табынған. Йылдар дауамында Йәһүә уларға ярҙам итергә тырышҡан. Ул, йәһүдтәрҙе киҫәтер өсөн, пәйғәмбәрҙәр ебәргән. Әммә улар пәйғәмбәрҙәрҙе тыңлар урынға уларҙы мыҫҡыл иткән. Йәһүә боттарға табыныуҙы нисек туҡтатҡан?

Вавило́н батшаһы Набуҡадниза́р батшалыҡ артынан батшалыҡ яулай. Иерусалимды беренсе тапҡыр яулап алғанда, ул Йәһүәки́н батшаны, кенәздәрҙе, ғәскәриҙәрҙе һәм һөнәрселәрҙе Вавилонға́ әсирлеккә алып китә. Шулай уҡ ул Йәһүә ғибәҙәтханаһындағы бөтә хазинаны ала. Шунан Набуҡадниза́р Йәһүҙә́ батшаһы итеп Сидҡыяны́ ҡуя.

Башта Сидҡыя́ Набуҡаднизарға́ тыңлаусан була. Әммә күрше халыҡтар һәм ялған пәйғәмбәрҙәр уны Вавилонға́ ҡаршы сығырға ҡоторта. Иреми́я, Сидҡыяны́ киҫәтеп, былай ти: «Вавилонға́ ҡаршы сыҡһаң, Йәһүҙәлә́ үлтереүҙәр, аслыҡ башланыр, сирҙәр таралыр».

Һигеҙ йыл үткәс, Сидҡыя́ Вавилонға́ ҡаршы сығырға була. Ул Мысы́р ғәскәренән ярҙам һорай. Шунда Набуҡадниза́р Иерусалимға үҙенең ғәскәрен ебәрә. Һуғышсылар ҡала янында лагерь ҡора. Иреми́я Сидҡыяға́ былай ти: «Вавилонға́ бирелһәң, үҙеңде лә, ҡаланы ла һаҡлап ҡалырһың. Ә бирелмәһәң, вавилонда́р Иерусалимды утта яндырыр, һине иһә төрмәгә ябыр, тип әйтә Йәһүә». Сидҡыя́ иһә: «Мин Вавилонға́ бирелмәйем!» — тип яуаплай.

Йыл ярым үткәс, Вавило́н ғәскәре Иерусалим стеналарын емерә һәм ҡаланы утта яндыра. Вавилонда́р ғибәҙәтхананы ла яндыра, күп кешене үлтерә, меңләгәнен әсирлеккә алып китә.

Сидҡыя́ Иерусалимдан ҡаса. Әммә вавилонда́р, уны ҡыуып етеп, Иерихо́н ҡалаһы янында тотоп ала. Сидҡыяны́ Набуҡадниза́р янына алып киләләр. Вавило́н батшаһы Сидҡыяны́ң улдарын уның күҙ алдында үлтерә. Шунан үҙен һуҡырайта һәм төрмәгә ултырта. Сидҡыя́ үлгәнсегә ҡәҙәр төрмәлә ултыра. Әммә Йәһүә Йәһүҙә́ халҡына: «70 йылдан һуң мин һеҙҙе Иерусалимға ҡайтарасаҡмын», — тип вәғәҙә итә.

Ә Йәһүәки́н батша һәм әсирлеккә алып кителгән кешеләр менән нимә булған? Улар Йәһүәгә тоғро ҡалғанмы?

«Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла, Һинең хөкөмдәрең хаҡ һәм ғәҙел» (Асылыш 16:7)