Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

62-СЕ ДӘРЕС

Ҙур ағас тураһындағы төш

Ҙур ағас тураһындағы төш

Бер төндө Набуҡадниза́р батша ҡурҡыныс төш күрә. Был төштөң мәғәнәһен аңлар өсөн, ул аҡыл эйәләрен саҡырта. Әммә уларҙың береһе лә төштө аңлата алмай. Шунда батша Данилды́ саҡырырға ҡуша.

Набуҡадниза́р Данилға́ былай ти: «Төшөмдә ағас күрҙем. Ул шул тиклем бейек, хатта күккә етерлек ине. Ҡайҙан ғына ҡараһаң да, ул күренеп тора ине. Япраҡтары матур, емештәре күп ине. Уның күләгәһендә хайуандар ял итә, ә ботаҡтарында ҡоштар оя ҡора ине. Бер фәрештә, күктән төшөп, ҡысҡырып ебәрҙе: „Ағасты ҡырҡығыҙ һәм ботаҡтарын һындырығыҙ, ә төбөн ҡалдырығыҙ. Уға тимер һәм баҡыр бығауҙар һалығыҙ. Ағасҡа кеше йөрәге урынына хайуан йөрәге бирелер. Ете ваҡыт ул ошо хәлдә ҡалыр. Һәм кешеләр шуны белер: Алла — ул иң бөйөк идарасы, һәм ул батша итеп кемде теләй шуны ҡуя“».

Йәһүә Данилға́ был төштөң мәғәнәһен аса. Төштө аңлағас, Дани́л ҡурҡып китә. Ул батшаға былай ти: «Эй батша, был төш дошмандарың тураһында булһа ине. Әммә ул һинең турала... Ҡырҡылған ҙур ағас һин бит ул. Башҡаса һин батша булмаясаҡһың, ә ҡырағай хайуандар менән йәшәйәсәкһең һәм улар кеүек үлән ашаясаҡһың. Әммә фәрештәнең ағас төбөн ҡалдырырға ҡушыуы һинең яңынан батша буласағыңды аңлата».

Бер йыл үтә. Шулай бер саҡ Набуҡадниза́р, һарайының тигеҙ түбәһендә йөрөгәндә, Вавилонға́ ҡарап һоҡлана. Ул былай ти: «Ниндәй иҫ киткес ҡала төҙөгәнмен! Мин бөйөк батша!» Шул мәлдә күктән тауыш яңғырай: «Набуҡадниза́р! Батшалыҡ һинән тартып алына».

Набуҡадниза́р аҡылдан яҙып, үҙен хайуан һымаҡ тота башлай. Уны батша һарайынан ҡыуалар. Ул ҡырағай хайуандар менән йәшәй. Уның сәсе бөркөт ҡауырһыны кеүек оҙон булып үҫә. Ә тырнаҡтары етеп ҡош тырнаҡтарына оҡшап китә.

Ете йыл үткәс, Набуҡадниза́р аҡылына ҡайта. Йәһүә уны кире Вавило́н батшаһы итеп ҡуя. Набуҡадниза́р былай ти: «Мин Йәһүәне — Күктәр батшаһын данлайым. Хәҙер инде Йәһүәнең бөйөк Батша икәнен беләм. Ул ғорур кешеләрҙе түбәнһетә, ә батша итеп кемде теләй, шуны ҡуя».

«Ғорурлыҡ — һәләкәткә, тәкәбберлек рухы абыныуға килтерә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:18)