Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

63-СӨ ДӘРЕС

Стеналағы яҙыу

Стеналағы яҙыу

Ваҡыт үтеү менән Вавилонда́ Балшаза́р исемле батша идара итә башлаған. Бер көндө ул ҙур байрам үткәрергә булған. Ул илдәге иң күренекле бер мең кешене саҡырған. Байрам ҡыҙған мәлдә ул хеҙмәтселәренә алтын һауыттар килтерергә ҡушҡан. Был һауыттарҙы Набуҡадниза́р ҡасандыр Йәһүәнең ғибәҙәтханаһынан алып ҡайтҡан булған. Балшаза́р ҡунаҡтары менән шул һауыттарҙан шарап эсеп, үҙ илаһтарын данлай. Көтмәгәндә ҡайҙандыр кеше ҡулы килеп сыға һәм стенаға аңлашылмаған һүҙҙәр яҙа башлай.

Батшаның ҡото оса. Ул үҙенең бөтә сихырсыларын саҡырта. Уларға: «Кем дә кем ошо һүҙҙәрҙе аңлатып бирә, шуны Вавилонды́ң өсөнсө идарасыһы итеп ҡуям», — тигән вәғәҙә бирә. Сихырсылар стеналағы яҙыуҙы нисек кенә аңларға маташһа ла, аңлай алмай. Был турала ишетеп, батшабикә килеп етә. «Дани́л исемле бер кеше бар бит. Ул Набуҡадниза́р көндәрендә төштәрҙе аңлата һәм ауыр йомаҡтарҙың яуабын әйтә ине. Ул, һис шикһеҙ, был һүҙҙәрҙе аңлата алыр», — ти.

Данилды́ батшаға саҡырталар. Балшаза́р батша уға былай ти: «Әгәр һин стеналағы һүҙҙәрҙе аңлатып бирһәң, мин һиңә алтын муйынсаҡ бүләк итәм һәм Вавилонда́ өсөнсө идарасы итеп ҡуям». Дани́л былай тип яуап бирә: «Бүләктәрең үҙеңдә ҡалһын. Яҙыуҙы мин һиңә былай ҙа аңлатып бирәм. Атайың Набуҡадниза́р ғорур ине, әммә Йәһүә уны түбәнһетте. Һин быны белә тороп, ғибәҙәтхананан алынған алтын һауыттарҙан шарап эстең. Йәһүәне һанға һуҡманың. Шуға күрә Алла ошо һүҙҙәрҙе — „МЕ́НЕ, МЕ́НЕ, ТЕ́КЕЛ һәм ПАРСИ́Н“ тигән һүҙҙәрҙе — яҙырға ҡушты. Был һүҙҙәр шуны аңлата: Ми́дия һәм Фарсы́ кешеләре Вавилонды́ яулап аласаҡ, ә һин инде батша булмаясаҡһың».

Вавило́н бер кем дә яулап ала алмаҫлыҡ ҡала булып күренгән. Уны ҡалын стеналар һәм тәрән йылға уратып алған булған. Әммә шул уҡ төндө ҡалаға Ми́дия һәм Фарсы́ һуғышсылары һөжүм итә. Фарсы́ батшаһы Кир йылғаны икенсе яҡҡа йырып ебәрә. Һыу кәмегәс, һуғышсылар йылғаны кисеп сыға һәм ҡала ҡапҡаһына килә. Ҡараһалар, ҡапҡа асыҡ тора! Һуғышсылар ҡалаға инә һәм уны яулап ала. Балшаза́р батшаны үлтерәләр. Шулай итеп Кир Вавило́н батшаһы булып китә.

Бер йыл да үтмәй, Кир былай тип иғлан итә: «Йәһүә миңә Иерусалимдағы ғибәҙәтхананы торғоҙорға ҡушты. Ярҙам итергә теләгән бөтә йәһүдтәр шунда бара ала». Шулай итеп, Йәһүә вәғәҙә иткәнсә, Иерусалим емерелгәндән һуң 70 йыл үткәс, йәһүдтәрҙең күбеһе тыуған яғына ҡайта. Шулай уҡ Кир алтын, көмөш һауыттарҙы һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы ғибәҙәтханаға кире ҡайтара. Күрәһеңме, Кирҙы́ ҡулланып, Йәһүә үҙенең халҡына нисек ярҙам иткән?

«Бөйөк Вавило́н емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә... әйләнде» (Асылыш 18:2)