Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

64-СЕ ДӘРЕС

Данил арыҫландар соҡоронда

Данил арыҫландар соҡоронда

Күпмелер ваҡыт үткәс, Вавилонда́ батша булып ми́диялы Да́рий идара итә башлай. Ул Данилды́ң башҡа кешеләрҙән айырылып торғанын күрә. Шуға ла уны батшалыҡтағы бөтә түрәләр өҫтөнән ҡуя. Был түрәләр Данилда́н көнләшә һәм унан ҡотолорға була. Данилды́ң көнөнә өс тапҡыр Йәһүәгә доға ҡылыуын улар белә. Шуға улар Да́рийға былай ти: «Батшабыҙ, яңы ҡанун сығарырға кәрәк. Уның буйынса барыһы ла һиңә генә доға ҡылһын. Ҡанунды боҙған кешене арыҫландар соҡорона ташлаһындар». Да́рийға был тәҡдим оҡшай, һәм ул ризалаша.

Дани́л был хаҡта ишеткәс, шунда уҡ өйөнә ҡайта. Ул тубыҡланып, асыҡ тәҙрә алдында Йәһүәгә доға ҡыла. Көтмәгәндә, дошмандары килеп инә һәм уның Аллаға доға ҡылыуын күрә. Улар Да́рийға йүгереп барып: «Дани́л һинең ҡануныңды боҙа. Ул көнөнә өс тапҡыр Аллаға доға ҡылыуын дауам итә», — ти. Батша Данилды́ хөрмәт итә, шуға уны үлтерергә теләмәй. Ул көнө буйы, Данилды́ нисек ҡотҡарырға икән, тип уйлана. Әммә ҡанун инде сыҡҡан, уны батша ла юҡҡа сығара алмай. Шуға күрә батшаға Данилды́ ас арыҫландар соҡорона ташларға тип, бойорорға тура килә.

Да́рий төнө буйы йоҡлай алмай, сөнки Дани́л өсөн борсола. Ул иртәнсәк соҡор янына йүгереп килеп: «Дани́л, Аллаң һине ҡотҡарҙымы?» — тип уны саҡыра.

Соҡорҙан тауыш ишетелә. Был Данилды́ң тауышы! Ул Да́рийға: «Йәһүәнең фәрештәһе арыҫландарҙың ауыҙын япты, һәм улар миңә теймәне», — ти. Да́рий бик ҡыуана. Ул Данилды́ соҡорҙан сығарырға ҡуша. Дани́л бер ниндәй ҙә зыян күрмәгән. Шунан батша: «Данилды́ ғәйепләгән кешеләрҙең үҙҙәрен соҡорға ташлағыҙ!» — тип бойора. Шул кешеләрҙе соҡорға ырғыталар, һәм арыҫландар шунда уҡ уларға ташлана.

Үҙ батшалығында Да́рий бындай ҡанун сығара: «Дани́л хеҙмәт иткән Алланан һәр кем ҡурҡып торорға тейеш. Ул Данилды́ арыҫландар ауыҙынан ҡотҡарҙы».

Һин Дани́л һымаҡ Йәһүәгә көн дә доға ҡылаһыңмы?

«Раббы Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға... икәнен белә» (2 Петр 2:9)