Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

65-СЕ ДӘРЕС

Әсфирә үҙ халҡын ҡотҡара

Әсфирә үҙ халҡын ҡотҡара

Әсфирә́ — йәһүд ҡыҙы. Ул Шуша́н тигән фарсы́ ҡалаһында йәшәй. Күп йылдар элек уның туғандарын Набуҡадниза́р батша Иерусалимдан әсирлеккә алып киткән. Әсфирәне́ ике туған ағаһы Мардаҡа́й үҫтергән. Мардаҡа́й фарсы́ батшаһы Ахашверошҡа́ хеҙмәт итә.

Ахашверо́ш яңы батшабикә эҙләй. Хеҙмәтселәре уға илдәге иң матур ҡыҙҙарҙы килтерә. Улар араһында Әсфирә́ лә була. Бөтә ҡыҙҙар араһынан батшабикә итеп Ахашверо́ш тап уны һайлай. Мардаҡа́й Әсфирәгә́ үҙенең йәһүд булыуы хаҡында әйтмәҫкә ҡуша.

Бөтә кенәздәр өҫтөнән Ама́н исемле бер ғорур кеше башлыҡ итә. Ул бөтә кешенең дә үҙенә баш эйеүен теләй, әммә Мардаҡа́й уға баш эймәй. Шул арҡала Ама́н ныҡ ярһый һәм уны үлтерергә теләй. Мардаҡайҙы́ң йәһүд булыуын белеп ҡалғас, Ама́н бөтә йәһүдтәрҙе лә ҡырып бөтөрөргә була. Ул батшаға былай ти: «Йәһүдтәр — ҡурҡыныс халыҡ, уларҙы юҡ итергә кәрәк». Батша иһә: «Ни теләйһең, шуны эшлә», — тип яуаплай. Уның рөхсәте менән Ама́н шундай бойороҡ сығара: ада́р айының 13-сө көнөндә илдәге бөтә йәһүдтәр үлтерелергә тейеш. Йәһүә иһә бының барыһын да күреп тора.

Әсфирә́ был бойороҡ хаҡында бер ни ҙә белмәй. Мардаҡа́й уға бойороҡтоң күсермәһен ебәрә һәм: «Барып, батша менән һөйләш», — ти. Әсфирә́: «Саҡырылмаған килеш батша янына барған һәр кемде үлем көтә. Ә батша мине инде 30 көн саҡырғаны юҡ! Әммә мин барам. Ул үҙенең алтын ски́петрын миңә таба һуҙһа ғына, иҫән ҡалырмын. Юҡ икән, үләсәкмен», — тип яуап ҡайтара.

Әсфирә́ батша һарайының эске ишек алдына инә. Батша, уны күргәс тә, уға таба ски́петрын һуҙа. Әсфирә́ яҡынлашҡас, батша: «Һинең өсөн нимә эшләйем, Әсфирә́?» — тип һорай. Әсфирә́: «Һине һәм Аманды́ байрамға саҡырырға теләйем», — ти. Шул байрам ваҡытында Әсфирә́ уларҙы тағы бер байрамға саҡыра. Икенсе байрамға килгәс, батша: «Һинең өсөн нимә эшләйем?» — тип һорай. Ул былай ти: «Бер кеше мине һәм халҡымды үлтерергә йыйына. Зинһар, ҡотҡар беҙҙе!» Батша: «Кем һеҙҙе үлтерергә теләй һуң?» — тип һорай. Әсфирә́: «Был кеше — яуыз Ама́н», — ти. Ахашверо́ш шул тиклем асыулана, хатта Аманды́ үлтерергә ҡуша.

Ләкин бер кем дә, хатта батша ла, Аманды́ң бойороғон үҙгәртә алмай. Шуға күрә батша Мардаҡайҙы́ кенәздәр өҫтөнән ҡуя һәм уға яңы ҡанун сығарырға ҡуша. Ул ҡанун буйынса, йәһүдтәргә үҙҙәрен яҡларға рөхсәт ителә. Шулай итеп, ада́р айының 13-сө көнөндә йәһүдтәр дошмандарын еңә. Шунан бирле улар был еңеүҙе йыл һайын байрам итә башлай.

«Минең арҡала үҙегеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм мәжүсиҙәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер» (Матфей 10:18)