Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

66-СЫ ДӘРЕС

Езра Алла Ҡанунына өйрәтә

Езра Алла Ҡанунына өйрәтә

Изра́илдәрҙең Иерусалимға әйләнеп ҡайтыуына 70 йыл тирәһе үтә. Әммә уларҙың ҡайһылары һаман да Фарсы́ империяһының төрлө төбәктәрендә йәшәй. Езра́ исемле рухани ҙа улар араһында. Ул халыҡты Алла Ҡанунына өйрәтә. Езра́ Иерусалимда йәшәүселәрҙең Алла Ҡанунын тотмауын ишетә. Шуға ла унда барып, ярҙам итергә теләй. Артаксе́ркс исемле фарсы́ батшаһы уға былай ти: «Алла һиңә, кешеләрҙе уның Ҡанунына өйрәтер өсөн, зирәклек биргән. Бар, кем теләй, уларҙы үҙең менән ал». Езра́ Иерусалимға ҡайтырға теләүселәрҙе йыя. Улар, Йәһүә, беҙҙе оҙон сәйәхәт ваҡытында яҡласы, тип доға ҡыла һәм юлға сыға.

Дүрт ай тигәндә улар Иерусалимға ҡайтып етә. Унда йәшәүсе кенәздәр Езраға́ былай ти: «Изра́илдәр Йәһүәне бүтән тыңламай. Улар ялған илаһтарға табынған ҡатындарға өйләнгән». Езра́ нимә эшләр? Бөтә халыҡ алдында ул теҙләнеп, доға ҡыла: «Эй Йәһүә, һин беҙҙең өсөн нәмә генә эшләмәнең, ә беҙ һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ». Халыҡ тәүбә итә, әммә барыбер ярҙам кәрәк була. Езра́ өлкәндәр һәм хөкөмсөләр һайлай. Йәһүәгә табынмаған кешеләрҙең барыһы ла өс ай эсендә Иерусалимдан сығып китә.

Ун ике йыл үтә. Был ваҡыт эсендә йәһүдтәр Иерусалимдың стеналарын торғоҙа. Шул уңайҙан Езра́, Алла Ҡанунын уҡыр өсөн, халыҡты баш майҙанға йыя. Езра́ китапты асҡас та, бөтә халыҡ тороп баҫа. Ул Йәһүәне данлағанда, кешеләр, уның менән ризалашып, ҡулдарын күтәрә. Шунан Езра́ Ҡанунды уҡып аңлата, ә халыҡ иғтибар менән тыңлай. Үҙҙәренең Йәһүәнән ҡабат ситләшеүен танып, кешеләр илай башлай. Иртәгәһенә Езра́ Ҡанунды уҡыуын дауам итә. Кешеләр Ҡыуыш ҡороу байрамының яҡынлашып килеүен аңлай һәм шунда уҡ әҙерләнә башлай.

Халыҡ ете көн байрам итә, шатлана, Йәһүәгә мул уңыш өсөн рәхмәттәр уҡый. Ундай Ҡыуыш ҡороу байрамы Ешуа́ көндәренән алып үткәрелмәгән булған. Байрамдан һуң кешеләр йыйыла һәм былай тип доға ҡыла: «Эй Йәһүә, һин беҙҙе ҡоллоҡтан азат иттең, сүлдә ашаттың һәм иҫ киткес ошо ерҙе бүләк иттең. Әммә беҙ һинең ҡануныңды ҡат-ҡат боҙҙоҡ. Беҙҙе иҫкәртһендәр өсөн, һин пәйғәмбәрҙәр ебәреп торҙоң, әммә беҙ ҡолаҡ һалманыҡ. Һин беҙгә ҡарата бик сабыр инең. Ибраһимға́ биргән һүҙеңде тоттоң. Хәҙер беҙ һиңә вәғәҙә бирәбеҙ: һине тыңлаясаҡбыҙ». Улар үҙ вәғәҙәһен яҙып ҡуя, ә кенәздәр, левитта́р һәм руханиҙар мисәт һуға.

«Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле» (Лука 11:28)