Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

68-СЕ ДӘРЕС

Елизавета бала таба

Елизавета бала таба

Иерусалим стеналары торғоҙолғандан һуң 400-ҙән ашыу йыл үтә. Иерусалимдан алыҫ түгел Зәкәриә́ исемле рухани йәшәй. Елизаве́та — уның ҡатыны. Улар күптән өйләнгән булһа ла, балалары булмай. Бер ваҡыт, Зәкәриә́ Алла йортонда хуш еҫле ҡатышма яндырғанда, уға Ябраи́л фәрештә килә. Зәкәриәне́ң ҡото оса. Әммә Ябраи́л уға былай ти: «Ҡурҡма! Мин һиңә Йәһүәнән һөйөнөслө хәбәр килтерҙем. Һинең ҡатының, Елизаве́та, ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш. Йәһүә уны айырым бер хеҙмәт өсөн һайлаған». Зәкәриә́ аптырап: «Был мөмкинме һуң? Беҙ бит ҡатыным менән ҡарт инде. Нисек беҙҙең бала тыуһын?» — тип һорай. Ябраи́л: «Мине был хәбәр менән Алла ебәрҙе. Әммә миңә ышанмағаның өсөн бала тыуғанға тиклем һөйләшә алмаҫһың», — тип яуап бирә.

Зәкәриә́ Алла Йортонда оҙаҡлай. Ниһайәт, ул сыға. Кешеләр унан нимә булғанын һораша башлай. Әммә Зәкәриә́ бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Ул ишаралар ярҙамында ғына аралаша. Кешеләр Зәкәриәне́ң Алланан хәбәр алғанын аңлай.

Ваҡыт үтеү менән, фәрештә әйтеүенсә, Елизаве́та ауырға ҡала һәм ир бала таба. Баланы күрер өсөн, уның дуҫтары һәм туғандары килә. Улар бик шат. Елизаве́та: «Уның исеме Яхъя булыр», — ти. Әммә кешеләр, аптырап: «Һеҙҙең туғандар араһында ундай исем йөрөткән бер кем дә юҡ та баһа. Зәкәриә́ тип, атаһының исемен ҡушығыҙ», — ти. Әммә Зәкәриә́ таҡтаға: «Уның исеме — Яхъя», — тип яҙа. Шул саҡ Зәкәриәне́ң теле асыла! Был сабый тураһындағы хәбәр бөтә Йәһүҙиәгә́ тарала. Кешеләр: «Был бала үҫкәс кем булыр икән?» — тип аптырай.

Зәкәриәгә́ изге рух төшә. Ул шундай пәйғәмбәри һүҙҙәр әйтә: «Йәһүә данланһын! Ибраһимға́ биргән вәғәҙәһе буйынса, ул ҡотҡарыусыны, Мәсихте, ебәрер. Яхъя пәйғәмбәр булып хеҙмәт итер һәм халыҡты Мәсихтең килеүенә әҙерләр».

Елизаве́таның Мәрйә́м исемле туғаны булған. Уның менән дә ғәжәп хәл килеп сыҡҡан. Был турала беҙ киләһе дәрестән белербеҙ.

«Кешеләргә был мөмкин түгел, ә Аллаға барыһы ла мөмкин» (Матфей 19:26)