Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

70-СЕ ДӘРЕС

Фәрештәләр Ғайсаның тыуыуы хаҡында хәбәр итә

Фәрештәләр Ғайсаның тыуыуы хаҡында хәбәр итә

Рим империяһының А́вгуст исемле идарасыһы халыҡ иҫәбен алырға ҡуша. Шуның өсөн йәһүдтәрҙең һәр береһе үҙе тыуған ҡалаға ҡайтырға тейеш була. Йосо́ф, Вифлеемда́ тыуғанға күрә, Мәрйә́м менән шунда китә. Ул көндәрҙә Мәрйәмде́ң бала табыр ваҡыты еткән була.

Йосо́ф менән Мәрйә́м Вифлеемға́ килеп етә. Уларға һарайҙа ҡунырға тура килә, сөнки ҡунаҡханала урын ҡалмай. Шул һарайҙа Мәрйә́м үҙенең улын, Ғайсаны, таба. Ул баланы, йүргәккә төрөп, ипләп кенә утлыҡсаға — малға бесән һала торған урынға һала.

Шул төндө Вифлее́м янында бер нисә көтөүсе яланда һарыҡ көтә. Ҡапыл улар алдында бер фәрештә күренә, һәм тирә яҡ яп-яҡты булып китә. Был яҡтылыҡ Йәһүәнән килә. Көтөүселәр бик ныҡ ҡурҡа, әммә фәрештә уларға былай ти: «Ҡурҡмағыҙ! Мин һеҙгә ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем. Бөгөн Вифлеемда́ Мәсих тыуҙы!» Шул мәлдә күктә күп һанлы фәрештәләр пәйҙә була. Улар: «Бейек күктәрҙәге Аллаға дан һәм кешеләргә именлек булһын!» — тип йырлай. Шунан фәрештәләр юҡ була. Көтөүселәр нимә эшләр?

Улар бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, хәҙер үк Вифлеемға́ барайыҡ», — ти. Көтөүселәр ашығып юлға сыға. Вифлеемға́ килеп еткәс, улар һарайҙа Йосо́ф менән Мәрйәмде́ һәм яңы тыуған баланы күрә.

Көтөүселәр фәрештә әйткән һүҙҙәрҙе һөйләгәс, халыҡ хайран ҡала. Мәрйә́м фәрештәнең һүҙҙәре тураһында күп уйлана һәм уларҙы бер ҡасан да онотмай. Көтөүселәр үҙ көтөүҙәре янына ҡайта. Улар күргәндәре һәм ишеткәндәре өсөн Йәһүәгә бик рәхмәтле була!

«Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе» (Яхъя 8:42)