Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

71-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә Ғайсаны яҡлай

Йәһүә Ғайсаны яҡлай

Ҡайһы бер кешеләр уйлауынса, йондоҙҙар уларға нимә эшләргә кәрәклеген күрһәтә ала. Изра́илдән көнсығышта урынлашҡан бер илдә лә шундай кешеләр булған. Бер заман улар күктә йондоҙға оҡшаған бер нәмә күргән. Шул «йондоҙға» эйәреп, улар Иерусалимға килгән. Улар кешеләрҙән былай тип һорашҡан: «Йәһүдтәрҙең яңы тыуған батшаһы ҡайҙа? Беҙ уға баш эйергә тип килдек».

Иерусалимдың И́род исемле батшаһы яңы тыуған батша тураһында ишеткәс, бик борсола. Ул баш руханиҙарҙан: «Был батша ҡайҙа тыуырға тейеш?» — тип һорай. Улар: «Пәйғәмбәрҙәр әйтеүенсә — Вифлеемда́», — тип яуап бирә. И́род көнсығыштан килгән кешеләрҙе саҡыра. Ул уларға: «Вифлеемға́ барығыҙ һәм бала тураһында һорашығыҙ. Уны тапҡас, миңә хәбәр итерһегеҙ. Мин дә барып уға баш эйермен», — ти. Әммә был ялған була.

«Йондоҙ» ҡабат ҡуҙғала. Ул әлеге кешеләрҙе Вифлеемға́ алып килә һәм бер өй тәңгәлендә туҡтай. Көнсығыштан килгән кешеләр был өйгә инә. Унда улар Ғайсаны һәм уның әсәһе Мәрйәмде́ күрә. Улар балаға баш эйә һәм уға алтын, ла́дан һәм ми́рра бүләк итә. Был кешеләрҙе Ғайса янына Йәһүә килтергәнме? Юҡ.

Шул уҡ төндө Йәһүә Йософҡа́ төшөндә: «Тор, ҡатының менән балаңды ал да, Мысырға́ ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда ҡал», — ти. Йосо́ф шунда уҡ, ғаиләһен алып, Мысырға́ китә.

Йәһүә көнсығыштан килгән кешеләрҙе, И́род янына ҡабат бармағыҙ, тип киҫәтә. И́род, үҙенең алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһый. Ул Ғайсаны бер ҡайҙа ла таба алмай. Шуға күрә ул Вифлеемда́ ике йәшкә тиклемге бөтә малайҙарҙы үлтерергә ҡуша. Әммә Ғайса был ваҡытта инде алыҫта, Мысырҙа́ була.

Ваҡыт үткәс, И́род үлә. Йәһүә Йософҡа́: «Хәҙер һеҙ Изра́илгә ҡайта алаһығыҙ», — тип әйтә. Йосо́ф, Мәрйә́м һәм Ғайса Изра́илгә ҡайтып, Назара́ тигән ҡалала йәшәй башлай.

«Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ... уны нимә өсөн ебәрһәм, шуны үтәр» (Ишағыя 55:11)