Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

72-СЕ ДӘРЕС

Ғайсаға 12 йәш булғанда

Ғайсаға 12 йәш булғанда

Йосо́ф һәм Мәрйә́м Ғайса менән, шулай уҡ башҡа улдары һәм ҡыҙҙары менән, Назара́ ҡалаһында йәшәгән. Йосо́ф, балтасы булып эшләп, ғаиләһе хаҡында ҡайғыртҡан. Ул үҙ балаларына Йәһүә һәм уның Ҡануны тураһында һөйләгән. Улар бөтә ғаилә менән даими рәүештә синагогаға йөрөгән. Унда улар Йәһүәгә табынған һәм уның хаҡында белем алған. Бынан тыш, йылына бер тапҡыр улар Иерусалимға — Ҡотҡарылыу байрамына йөрөгән.

Ғайсаға 12 йәш булғанда, бөтә ғаилә, ғәҙәттәгесә, Иерусалимға таба оҙон юлға сыҡҡан. Ул ваҡытта ҡалаға Ҡотҡарылыу байрамына бик күп кеше йыйыла торған булған. Байрамдан һуң Йосо́ф менән Мәрйә́м ҡайтырға сыға. Улар, Ғайса ла башҡалар менән ҡайтып киләлер, тип уйлай. Әммә туғандар араһында эҙләй башлағас, уны тапмай.

Иерусалимға кире әйләнеп килгәс, улар өс көн буйы Ғайсаны бөтә ерҙә эҙләй. Ниһайәт, уны Алла Йортонда табалар. Ҡараһалар, Ғайса уҡытыусылар араһында ултыра, уларҙы иғтибар менән тыңлай һәм һорауҙар бирә. Уҡытыусылар Ғайсаның аҡыллы малай булыуын күрә, шуға үҙҙәре лә уға һорауҙар бирә башлай. Ғайсаның яуаптары уларҙы таң ҡалдыра. Улар Ғайсаның Алла Ҡанунын яҡшы аңлауын күрә.

Йосо́ф менән Мәрйә́м Ғайсаны эҙләп, ныҡ борсолған, тыныслыҡ юғалтҡан. Мәрйә́м Ғайсаға: «Улым, беҙ һине бөтә ерҙә эҙләйбеҙ! Һин ҡайҙа булдың һуң?» — тип һорай. Ғайса уларға: «Минең Атайым йортонда булырға тейеш икәнемде белмәнегеҙме ни?» — тип яуап ҡайтара.

Ғайса ата-әсәһе менән Назараға́ ҡайтҡан. Йосо́ф уны балтасы эшенә өйрәткән. Ғайса ниндәй бала булған, нисек уйлайһың? Ул үҫкән, аҡыл туплаған, Алланы ла, кешеләрҙе лә ҡыуандырған.

«Һинең ихтыярыңды үтәү, эй Раббым, миңә рәхәтлек килтерә, һинең ҡануның йөрәгем түрендә» (Зәбур 40:8)