Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

73-СӨ ДӘРЕС

Яхъя юл әҙерләгән

Яхъя юл әҙерләгән

Зәкәриә́ менән Елизаве́таның улы Яхъя пәйғәмбәр булып китә. Йәһүә уға йөкләмә бирә. Ул халыҡҡа, Мәсих килә, тип һөйләргә тейеш. Яхъя синагогаларҙа ла, ҡалаларҙа ла түгел, ә сүлдә өйрәтә. Кешеләр уны тыңлар өсөн Иерусалимдан һәм бөтә Йәһүҙиәнә́н килә. Ул, яуыз эштәр эшләүҙән туҡтағыҙ, тип һөйләй. Яхъяны тыңлағандан һуң күптәр тәүбә итә. Ул уларҙы Иорда́н йылғаһында һыуға сумдыра.

Яхъя бик ябай йәшәй. Уның кейеме дөйә йөнөнән була. Ул саранча һәм солоҡ балы менән туҡлана. Күптәр уны күрергә тип сүлгә бара. Хатта эреләнеп йөрөгән фарисейҙар һәм саддукейҙар ҙа уларҙан ҡалмай. Яхъя уларға: «Һеҙгә тәүбә итергә һәм үҙгәрергә кәрәк. Беҙ — Ибраһи́м улдары тип, үҙегеҙҙе әллә кемгә ҡуймағыҙ. Был һеҙҙең Алла балалары булыуығыҙҙы аңлатмай әле», — ти.

Күптәр, Яхъяға килеп: «Аллаға ярар өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ?» — тип һорай. Яхъя былай тип яуап бирә: «Күлдәгең икәү булһа, береһен күлдәге бөтөнләй булмаған кешегә бир». Беләһеңме, ни өсөн ул шулай ти? Ул шәкерттәренә шуны аңлатырға теләй: Алланың дуҫы булыр өсөн, кешеләрҙе яратырға кәрәк.

Яхъя һалым йыйыусыларға өндәшеп: «Намыҫлы булығыҙ, бер кемде лә алдамағыҙ», — ти. Ә һуғышсыларға ул былай тип ҡуша: «Бер кемдең дә әйберен талап алмағыҙ һәм алдамағыҙ».

Яхъяға руханиҙар менән левитта́р килеп: «Халыҡ белергә теләй. Һин кем ул?» — тип һорай. Яхъя яуап бирә: «Мин сүлдә яңғыраған тауыш. Мин Йәһүәгә алып барған юлды күрһәтәм. Ишағыя́ пәйғәмбәр минең хаҡта әйткән».

Кешеләр Яхъяны тыңларға яратҡан. Күптәр: «Ул Мәсихме икән әллә?» — тип уйлаған. Әммә ул: «Оҙаҡламай бөйөк кеше киләсәк. Мин уның аяҡ кейемен сисергә лә лайыҡ түгел. Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, ә ул һеҙҙе изге рухҡа сумдырыр», — ти.

«Ул, бөтәһе лә уның шаһитлыҡ ҡылыуы аша иманға килһендәр тип, Яҡтылыҡ тураһында һөйләргә килде» (Яхъя 1:7)