Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

74-СЕ ДӘРЕС

Ғайса Мәсих булып китә

Ғайса Мәсих булып китә

Яхъя кешеләргә: «Минән бөйөгөрәк кеше киләсәк», — тип һөйләп йөрөгән. Ғайса 30 йәшендә Галиле́янан Иорда́н йылғаһына килә. Унда Яхъя халыҡты һыуға сумдыра. Ғайса Яхъянан уны һыуға сумдырыуын һорай. Әммә Яхъя: «Һин бит үҙең мине сумдырырға тейеш», — тип ҡаршы төшә. Ғайса: «Юҡ, Йәһүә һинең мине һыуға сумдырыуыңды теләй», — тип яуаплай. Шуға күрә улар Иорда́н йылғаһына инә, һәм Яхъя Ғайсаны тулыһынса һыуға сумдырып ала.

Һыуҙан сыҡҡас, Ғайса доға ҡыла. Шул мәл күктәр асылып китә лә, изге рух күгәрсен рәүешендә уның өҫтөнә төшә. Шунда күктән Йәһүәнең тауышы яңғырай: «Һин минең яратҡан улым, минең ышанысым».

Ғайса, Йәһүәнән изге рух алғас, Мәсих булып китә. Шул ваҡыттан бирле Ғайса Йәһүә ҡушҡан йөкләмәне үтәй башлай. Тап шуның өсөн ул ергә ебәрелгән булған да.

Һыуға сумдырылғас та Ғайса сүлгә китә. Ул унда 40 көн була. Шунан Яхъя янына ҡайта. Ғайсаны күргәс, Яхъя: «Бына донъяны гонаһтан ҡотҡарасаҡ Алла Бәрәсе», — ти. Бының менән Яхъя Ғайсаның Мәсих икәнен күрһәтә. Ғайса менән сүлдә ни булғанын беләһеңме? Әйҙә, был хаҡта уҡыйыҡ.

«Күктән: „Һин — Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!“» — тигән тауыш ишетелде» (Марк 1:11)