Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

75-СЕ ДӘРЕС

Иблис Ғайсаны ҡоторта

Иблис Ғайсаны ҡоторта

Һыуға сумдырылғандан һуң Ғайсаны изге рух сүлгә алып китә. Ул 40 көн бер ниҙә ашамай һәм бик ныҡ асыға. Шул саҡ Ғайса янына Иблис килә. Ул былай тип ҡоторта: «Әгәр ҙә һин ысынлап та Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш». Ләкин Ғайса уға Изге Яҙмаларҙан өҙөк килтерә. Ул былай ти: «Яҙылған бит, кешегә йәшәр өсөн ашарға ғына түгел, ә Йәһүәнең һүҙен тыңларға кәрәк».

Шунан һуң Иблис Ғайсаға былай ти: «Әгәр ҙә һин ысынлап та Алла Улы булһаң, ғибәҙәтхананың иң бейек урынынан һикер. Изге Яҙмаларҙа әйтелгән бит, Алла үҙенең фәрештәләрен ебәрер, һәм улар һине күтәреп алыр». Әммә Ғайса яңынан Изге Яҙмаларҙан өҙөк килтерә: «Йәһүәне һынама, тип тә яҙылған бит».

Бынан һуң Шайтан Ғайсаға донъялағы бар батшалыҡтарҙы, уларҙың байлығын һәм матурлығын күрһәтә. Ул былай тип ҡоторта: «Әгәр алдыма йөҙтүбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да һиңә бирәм». Ғайса уға: «Кит, Иблис! Йәһүәгә генә табын һәм бары тик уға ғына хеҙмәт ит, тип яҙылған бит», — тип яуап бирә.

Шул саҡ Иблис Ғайсаны ҡалдырып китә. Ғайса янына фәрештәләр килә, уға ашарға килтерә. Шул ваҡыттан бирле Ғайса Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп йөрөй башлай. Йәһүә уны тап шуның өсөн ергә ебәргән дә бит. Кешеләр уның өйрәткәнен тыңларға яратҡан. Ул ҡайҙа ғына барһа ла, артынан ҡалмай эйәреп йөрөгән.

«Ул [Иблис] ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул — ялғансы һәм ялғандың атаһы» (Яхъя 8:44)