Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

76-СЫ ДӘРЕС

Ғайса ғибәҙәтхананы таҙарта

Ғайса ғибәҙәтхананы таҙарта

Беҙҙең эраның 30 йылының яҙында Ғайса Иерусалимға килгән. Ҡотҡарылыу байрамына унда күп кеше йыйыла торған булған. Был байрам ваҡытында кешеләр ғибәҙәтханала хайуандарҙы ҡорбанға килтергән. Берәүҙәре хайуандарҙы үҙҙәре менән алып килгән, икенселәре иһә уларҙы Иерусалимда һатып алған.

Байрамға килгәс, Ғайса ҡайһы берәүҙәрҙең хайуандарҙы ғибәҙәтханала уҡ һатҡанын күрә. Улар Алла Йортонда үҙенә аҡса эшләй! Ғайса быға нисек ҡарай? Ул бауҙан сыбыртҡы ишеп, бөтә малды ғибәҙәтхананан ҡыуып сығара. Өҫтәл артында аҡса ваҡлап ултырыусыларҙы күргәс, ул өҫтәлдәрен ауҙара, аҡсаларын сәсеп ебәрә. Ғайса күгәрсен һатыусыларға: «Быларҙы бынан алығыҙ! Минең Атамдың Йортон баҙарға әйләндермәгеҙ!» — тип ҡысҡыра.

Ғибәҙәтханалағы халыҡ, быны күреп, аптырай. Ә уның шәкерттәре Мәсих тураһындағы бындай пәйғәмбәрлекте иҫкә төшөрә: «Миндә Йәһүә Йортона көслө яратыу буласаҡ».

Һуңыраҡ, өс йыл үткәс, Ғайса ғибәҙәтхананы икенсе тапҡыр таҙартҡан. Ул үҙенең Атаһының Йортона хөрмәтһеҙ ҡарарға бер кемгә лә рөхсәт итмәгән.

«Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ» (Лука 16:13)